Бөгөн Нефтекама ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты менән Татарстан Республикаһы Дәүләт Советының Мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм милли мәсьәләләр буйынса комитеты ағзалары "Халыҡ традицияларын үҫтереүҙә һәм рухи ҡиммәттәрҙе формалаштырыуҙа милли мәҙәниәттәрҙең урыны" темаһына ултырыш бара. Унда ике республиканың парламентарийҙары етәкселәре, депутаттар, Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнаша.
Сараның программаһы бай. Иртәнән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың профилле Комитеттағы эксперт советы төрлө майҙансыҡтарҙа эшләне. Һуңынан Нефтекаманың "Мираҫ" картина галереяһында ике республиканың рәссамдарының күргәҙмәһе менән таныштылар. Ҡала хакимиәтендә комитеттарҙың берҙәм ултырышы үтте. Унда ике республикала бер-береһенә иң яҡын мәҙәниәтле, рухлы, телле халыҡтарҙың йәшәүе тураһында һүҙ барҙы, көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Автор фотолары.