Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2022, 14:15

Мариуполь ҡунағы самокатлы булды

Балаларҙы яҡлау көнө алдынан Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов, кескәй ҡунаҡты ҡабул итеп, уны яҡынлашып килгән тыуған көнө менән ҡотланы.

Мариуполь ҡунағы самокатлы булды
Мариуполь ҡунағы самокатлы булды

Бала һәм һуғыш төшөнсәләрен яраштырыу мөмкин түгел. Украиналағы ҡораллы бәрелештәрҙән ҡасып, республикабыҙға олатай-өләсәһе менән  һыйынған алты йәшлек Артем әле лә бомба шартлауҙарын онота һәм тынлыҡҡа күнегә алмай яфалана. Балаларҙы яҡлау көнө алдынан Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов кескәй ҡунаҡты ҡабул итеп, уны яҡынлашып килгән тыуған көнө менән ҡотланы. Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрселәре был бәхетле мәлде  барып төшөргән.

Малайға яҡындары менән подвалда бер ай самаһы йәшәргә тура килә. Йорттарын емерәләр. Гуманитар коридор булдырылғас ҡына улар Рәсәйгә сыға ала.  Артем башҡа малайҙар кеүек шуҡ, тиктормаҫ, тиҫтерҙәре менән уйнарға ярата. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы идаралығындағы музейҙа булыу уға бик оҡшаны, айырыуса экспонаттарҙың береһе – “Урал” мотоциклы күңеленә ятты. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡһыныусан, илгәҙәк малайға самокат бүләк иткәс, ул бер аҙ баҙап ҡалһа ла, тиҙ арала уға хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен үҙләштерҙе.  Артем баш автоинспекторға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һүҙ бирҙе.

Фото: BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: