Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2022, 23:30

"Нимә теләр инегеҙ?"

Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килгән балаларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы әүҙемселәре ҡотланы.

"Нимә теләр инегеҙ?"
"Нимә теләр инегеҙ?"

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә "Берҙәм Рәсәй" партияһы вәкилдәре төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов менән бергә “Связист” балалар шифахана-һауыҡтырыу лагерына ваҡытлыса урынлаштырылған Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килгән балаларға бүләктәр тапшырҙы.

Балаларға уйындар, конкурстар ойошторолдо. “Нимә теләр инегеҙ?” тигән һорауға рәсем төшөргәндә улар йә ҡурсаҡ, йә машина, йә тере бесәй балаһы эшләне. Руслан Насретдинов фекеренсә, был байрам тыуған йортонан айырылған сабыйҙарҙы ҡыуандырырға матур сәбәп. Ул балаларҙың ата-әсәһе менән әңгәмәләште, уларҙың йәшәү шарттарын, көнкүреш хәлдәрен белеште.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе уларға артабан да ярҙам итәсәк.

Фото: "Берҙәм Рәсәй"ҙең телеграм-каналы.

 

 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: