Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь , 20:30

Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк

Радий Хәбиров Шишмә районында уҡытыу-методика үҙәген асыуҙа ҡатнашты.

Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк
Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк

Бөгөн, Халыҡ-ара балалаларҙы яҡлау көнөндә, Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Патриот" хәрби-патриотик паркы биләмәһендә ойошторолған "Авангард" уҡыу-методик үҙәген асыуҙа ҡатнашты, тип хәбәр ителә Башҡортостан Хөкүмәте сайтында.

Үҙәк уҡыусыларҙы уҡыу лагерҙарына ҡабул итәсәк. 2022 йылға 19 биш көнлөк сменалар теҙмәһе булдырылған да инде. Шулай уҡ 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре өсөн 12 көнлөк смена буласаҡ.

Элекке хәрби часть биләмәһендә хәрби-патриотик парк асыу мәсьәләһе 2019 йылда Радий Хәбировтың Алкин-2 ауылына эш сәфәре барышында тикшерелгәйне. Республика Башлығының "Башҡортостан Республикаһының 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында"ғы указына ярашлы, парк булдырыу йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе тип билдәләнгән.

2021 йылдың майында Радий Хәбиров Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу үткәргән "Авангард" йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙең уҡыу-методик үҙәктәрен булдырыу буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашҡайны. Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 2024 йылға бөтә төбәктәрҙә лә ошондай үҙәктәр булдырыу планлаштырыла.

Үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы “Авангард” үҙәге курсанттарын һәм уҡытыусыларын ҙур ваҡиға менән ҡотланы. Уҡытыусыларҙың күбеһе - төрлө хәрби конфликттарҙа ҡатнашҡан хәрби офицерҙар.

"Ҡораллы Көстәрҙең ҡәҙерле ветерандары! Ҡәҙерле курсанттар! Бөгөн республикабыҙ өсөн әһәмиәтле көн. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә – 1 июндә - “Авангард” уҡыу-методик үҙәген асабыҙ. Был комплексты төҙөгәндә беҙ бында киләсәк меңәрләгән йәштәрҙең илебеҙ һәм уның Ҡораллы Көстәре тураһында аныҡ мәғлүмәт алыуын теләнек. Уҡыу йорто эргәһендә күренекле яҡташтарыбыҙҙы — Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙы онотмаһындар өсөн Геройҙар аллеяһын ултырттыҡ. Бөгөн беҙҙең хәрбиҙәр илебеҙҙе яҡлап, Украинала фашизм һәм нацизм менән көрәш алып барған көндәрҙә “Авангард” үҙәген асыу айырым әһәмиәткә эйә. Курсанттар бында һәйбәт әҙерлек алһын өсөн тырышасаҡбыҙ.

Ҡәҙерле егеттәр! Уҡыу лагерында эргәңдә гел уҡытыусылар торасаҡ. Уларҙың күбеһе - хәрби офицерҙар. Яҡшы уҡыуығыҙҙы теләйем! Һеҙ — илебеҙҙең һәм Ҡораллы Көстәребеҙҙең киләсәге", - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ Украинала хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Шишмә районынан хәрби Владислав Авдеевтың Батырлыҡ орденын уның ҡатыны Елена Авдееваға тапшырҙы.

Үҙәк хәрби округ командующийы вазифаһын башҡарыусы генерал-майор Олег Брагин республика етәкселегенә йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. "Беҙҙең Ватанға бөгөн уҡырға, эшләргә һәм кәрәк саҡта илен яҡларға әҙер булған сәләмәт, ҡыйыу һәм эшһөйәр кешеләр кәрәк. Ошо бурыстарҙы күҙ уңында тотоп, йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү айырым әһәмиәткә эйә. Буласаҡ Ватан һаҡсыларының шәхестәрен формалаштырыуға һәм үҫтереүгә бөгөн бөтә ил буйынса асылған "Авангард" яңы уҡыу-методик үҙәктәре ҙур өлөш индерә", — тине Олег Брагин.

Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Геройы Владимир Шаманов “Авангард”тың матди базаһын юғары баһаланы.

— Хәҙерге армия йылдан-йыл үҙгәреп тора. Хәрби хәрәкәттең яңы саралары һәм алымдары барлыҡҡа килә. Буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар улар менән танышырға тейеш. Яңы "Авангард" үҙәгендә курсанттар физик әҙерлек менән шөғөлләнәсәк, хәрби ғәмәлдәр өсөн кәрәкле башҡа оҫталыҡҡа эйә буласаҡ. Был белем һәм оҫталыҡ киләсәктә уҡыу-күнекмә лагерҙарында ғына ҡулланылыуын теләйем, — тине Владимир Шаманов.

Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Геройы Андрей Красов йәш быуындың шәхси үҫешендә патриотик белем биреүҙең ҙур роль уйнауын билдәләне.

— Илебеҙ өсөн был ауыр заманда Башҡортостан, мөмкинлек табып, “Патриоттар” паркында йәштәрҙе уҡытыуҙың заманса уҡыу-методик үҙәген асты. Нәҡ ошонда балалар башланғыс хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен өйрәнәсәк, хәрби хеҙмәт менән танышасаҡ, Башҡортостан һәм Рәсәй тарихын өйрәнәсәк, спорт ярыштарында ҡатнашасаҡ – Ватандың ысын патриоттары буласаҡ. Киләсәктә ниндәй юлды һайлаһаң да, бында алынған шәхси сифаттар уңышҡа өлгәшергә ярҙам итәсәк, - тине Рәсәй Геройы.

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич беренсе смена курсанттарына сағыу тәьҫораттар, файҙалы белем һәм оҫталыҡ теләне.

— Республикабыҙҙа беҙ һәр ваҡыт йәш быуындың хәрби-патриотик тәрбиәһенә ҙур иғтибар бүлдек. Хәҙер бының өсөн бик яҡшы майҙансыҡ бар. Рәсәй Президенты Владимир Путин иң яҡшы ҡорамалдарға эйә булған заманса "Авангард" уҡыу-методик үҙәктәрен булдырырға ҡарар итте. Балаларға уҡыуҙа яҡшы кәйеф, сәләмәтлек һәм уңыштар теләйем. Башҡортостан был уҡыу-методик үҙәген беренсе булып асыуыбыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ, — тине Михаил Блажевич.

Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк
Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк
Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк
Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк
Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк
Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк
Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк
Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк
Ватан һаҡсылары “Авангард”та тәрбиәләнәсәк
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в