

Әле Сибай ҡалаһында IV "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бара. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора.
Инвестһабантуй сиктәрендә "Global Management Challenge" стратегия һәм бизнесҡа идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабы финалы үтә. Еңеүсе команда Ханnы- Мансила үтәсәк ярышта Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Бөтәһе төбәк этабында 17 команда ҡатнашты, шуларҙың һигеҙе онлайн форматта үткән һынауҙы уңышлы үткән. Улар - бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре, бизнес-шерфтар, республиканың төрлө район һәм ҡалалары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре. Бынан башҡа тағы биш команда ҡатнаша - кредит ойошма, юғары уҡыу йорто, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт ойошма бизнесҡа ярҙам итеү инфрастуктураһы вәкилдәре.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр Башҡортостандан ике команда "Бизнес Стратег" (Стәрлетамаҡ һәм Миәкә райондары) һәм "Алтын ырыу" (Әбйәлил һәм Шаран райондары) командалары Global Management Challenge" халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабы финалында ҡатнашты, "Бизнес Стратег" суперфиналға сыҡты.
"Global Management Challenge" - стратегик беренселек буйынса донъяла иң ҙур чемпионат. Унда ҡатнашыусылар комплекслы компьютер бизнес-симуляторы ярҙамында бер ай идара итеү тәжрибәһен аласаҡ, шул уҡ ваҡытта ул урта кампанияларҙа йылдар буйы эшләй. Шулай уҡ чемпионат теоретик белемде ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлеге бирә һәм бизнес-белем биреүгә әйҙәгән донъя тәжрибәһен берләштереп, төп идара итеү һәм шәхси күнекмәләрҙе эшләргә ярҙам итә.
Был юлы 13 команда үҙ-ара көс һынаша, еңеүсе кем булыр?
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.