Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай юлы тураһында яҙҙы.
“2020 йылда Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш биләмәләре буйлап йөрөү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыу зарурлығы хаҡында ҡарар ҡабул иткәйнек. Иң мөһим аҙымдарҙың береһе – ул Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай юлы. Урал аръяғы халҡы был мәлде 30 йыл көттө. Бына беҙ ошо юлдан китеп барабыҙ. Ул 30 километрға ҡыҫҡараҡ, ваҡыт та бер сәғәткә кәмерәк сарыф ителә, өҫтәүенә, күрше өлкә биләмәһе аша үтеүгә ҡарағанда, бында уңайлыраҡ та, хәүефһеҙерәк тә”, – тип яҙҙы Премьер-министр.
Фото: vk.com/agnazarov
Сығанаҡ: vk.com/agnazarov