“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар” Бөтә Рәсәй конкурсына Башҡортостандан ете заявка бирелгән.
Быйыл унда республиканың Ағиҙел, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Яңауыл ҡалалары һәм Верхотор, Кушнаренко ауылдары ҡатнашасаҡ. Һөҙөмтә 1 сентябрҙә иғлан ителәсәк. Еңеүселәргә проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 50-80 миллион һумлыҡ федераль грант ҡаралған.
Бер нисә ай дауамында “Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты” коммерцияға нигеҙләнмәгән ойошмаһы республиканың биш ҡалаһының һәм тарихи статусына эйә ике ауылдың хакимиәттәре, "8-се проект төркөмө", Ahmadullin Arhitects, A315, ISAEV architects, "Киңлек үҫеше үҙәге" архитектор бюролары менән берлектә халыҡ менән осрашып, йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу проекттары буйынса һөйләште, проблемаларҙы асыҡланы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижади оҫтаханалар, ойошмалар менән фокус-төркөмдәр үткәрҙе.
Ағиҙел, Мәләүез, Ишембай, Яңауыл ҡалалары быға тиклем дә конкурста еңеүсе булған.
"Башҡортостан был мөһим конкурста бишенсе тапҡыр ҡатнаша, өс йыл эсендә республиканың бөтә бәләкәй ҡалалары һәм тарихи статусҡа эйә өс ауылы еңеүсе булып танылды. Барыһы 22 проект - был ил буйынса иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Федераль конкурста еңеүҙәр республика муниципалитеттарына үҙәк биләмәләрҙе төҙөкләндерергә, бизнесты һәм туристарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. 2022 йылда ла беҙҙең проекттар еңеүсе тип табылырына ышанам", - тине Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары үҫеше институты директоры Алмас Фәтҡуллин.
Фото: "Башинформ".