Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2022, 21:00

Тауар донъя кимәленә сығырға тейеш

Юғары уҡыу йорттары менән сәнәғәт предприятиелары тығыҙ хеҙмәттәшлек итһә...

Тауар донъя кимәленә сығырға тейеш
Тауар донъя кимәленә сығырға тейеш

Өфө дәүләт авиация техник университетының Владимир Паращенко исемендәге залында “Рәсәй авиация тармағында импортҡа алмаш: проблемалар, перспективалар һәм йүнәлештәр” тигән тема буйынса "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Сарала юғары уҡыу йорто ғалимдары, спикерҙар һәм башҡа саҡырылған белгестәр ҡатнашты.

Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков билдәләүенсә, юғары уҡыу йорттары менән сәнәғәт предпритяиелары тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тейеш, шул осраҡта ғына яҡшы һөҙөмтә бирәсәк.

– Фекерҙәштәремдең һүҙҙәрен ҡеүәтләп, шуны еткерәм, импортҡа алмаш тураһында һөйләгәндә, тауарҙы шундай итеп етештерергә тейешбеҙ, уларҙың һәммәһе лә донъя кимәленә сыға алһын, – тине Сергей Новиков.  

“Авиация двигателдәре етештереү союзы” ассоциацияһының генераль директоры Виктор Чуйко әйтеүенсә, әгәр ҙә эштәрҙе дөрөҫ итеп ойошторғанда, бер нисә йылдан тулыһынса импортҡа алмаш тәңгәлендә мәсьәлә хәл ителәсәк.

Санкт-Петербург дәүләт диңгеҙ техник университеты ректоры Глеб Туричин һөйләүенсә, Өфө дәүләт авиация техник университеты кеүек алдынғы юғары уҡыу йорттары булғанда борсолорға урын юҡ.

"Газпром” йәмғиәте департаменты начальнигы урынбаҫары Василий Никитин Өфө дәүләт авиация техник университетының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Шулай уҡ бүтән сығыш яһаусылар импорт үҙаллылығы, авиация двигателдәре етештереүҙәге ҡаҙаныштар тураһында һөйләне.

Фото: TAdviser.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в