Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2022, 11:00

"Балам урынына бәләкәй генә ҡәбер..."

Яңы тыуған сабыйын юғалтҡан әсә хаҡлыҡ эҙләй.

"Балам урынына бәләкәй генә ҡәбер..."
"Балам урынына бәләкәй генә ҡәбер..."

Былтыр августа Стәрлетамаҡтағы бала табыу йортонда ҙур фажиғә булғайны. 30 йәшлек Алина А. исемле ҡатын күрше палатала ятҡан ҡатындың яңы тыуған сабыйын алып, тәҙрә аша өсөнсө ҡаттан ташлағайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә көнлөк кенә бәләкәс урында йән бирҙе.

Аҙағыраҡ был ҡатындың психик яҡтан һау булмауы асыҡлана, тикшереүҙәр үткәргәс, ул үҙенең нимә эшләгәнен аңламауы билдәләнә. Һөҙөмтәлә республиканың Юғары суды уны енәйәт яуаплылығынан азат итә һәм мәжбүри дауаланыуға йүнәлтә.

Һәләк булған баланың әсәһе Виктория әйтеүенсә, ул реанимация палатаһынан еүеш салфеткалар алырға тип кенә сыҡҡан, ә был ваҡытта медицина персоналы яндарында булмаған. Уның белдереүенсә, Алинаның туғандары табиптарға ҡатындың психик яҡтан һау булмауы тураһында әйткән һәм үҙҙәре уны ҡарап торорға тәҡдим иткән. Әммә медицина хеҙмәткәрҙәре туғандарын реанимация бүлексәһенә үткәрмәгән, уны үҙҙәре ҡарайбыҙ тигән.

Виктория бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәрен яуаплылыҡҡа тарттырырға уйлаған, әммә хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тартҡандар: дауахана эшмәкәрлегендә етешһеҙлектәр асыҡланмаған, ә психик сирҙәре булған пациенттарҙы айырым урынлаштырыу норматив-хоҡуҡи акттар менән көйләнмәгән.

“Бына хәҙер йөрәгемдә ауыр яра, ул уңалмай. Ауыр әхлаҡи һәм психологик хәлдәмен, һаулығым менән ҙур проблемалар һәм балам урынына ни бары зыяраттағы ҡәбер... Ә Тәфтиш комитеты, енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн нигеҙ юҡ, ти. Ошо бөтә ваҡиғаларҙан һуң миңә үҙемдең һәм баламдың хоҡуҡтарын яҡларға, ғәҙеллек дауларға тура килә”, – тигән Виктория mkset.ru баҫмаһына.

Фото: v-kurse.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: