Сит ерҙә йөрөһәң, матур йөрө, һоҡланмаған кеше ҡалмаһын, тип йырлайҙар бит. Бөрйән районының Байғаҙы ауылы ҡыҙы Мәҙинә Исламова шул хәҡиҡәтте раҫлап йәшәй. Тормош юлдашы вафат булғас, балалары менән яңғыҙ ҡалған ҡатын үҙенең икенсе яртыһын алыҫ Бишбүләктә тапҡан. Байғаҙыла ҡамыр аштарына оҫта, ғөмүмән, уңған хужабикә булып танылған Мәҙинә ҡырҙа ла һынатмай икән. Хатта хас Бөрйәнсә генә итеп ҡорот та эшләп аптыратҡан әле ул яҡтағы кешеләрҙе.
“Ауыл иртәһе һәр көн көтөү ҡыуған тауыштар менән башланып китә. Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Мәҙинә һәм Нурфаяз Исламовтар йортоноң да ҡапҡаһынан сыҡҡан ишле мал-тыуар ауыл урамын иңләп килгән көтөүгә ҡушыла.
– Ауылда йәшәгәс, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрамай донъя көтөп булмай. Ете баш мал көтөүгә йөрөй, уларҙан тыш башмаҡ-быҙауҙар бар, – ти асыҡ йөҙлө хужабикә. – Ауыл ерендә эш юҡ, шуға ла үҙ хужалығыбыҙға таянып көн итәбеҙ. Йыл да ҡош-ҡорт үҫтерәбеҙ: яҙҙан 50 бройлер, 50 ҡаҙ бәпкәһе алабыҙ.
– Үҙебеҙҙең техника булғас, бесән әҙерләү улай мәшәҡәтле түгел. Йыл төрлөсә килә. Үлән үҫкән йылы 150 төргәк әҙерләһәк, йыл ҡоро килгән саҡта 50 дана самаһы була. Бынан тыш, фураж да һатып алабыҙ, – ти шәхси хужалыҡ тотоусы Нурфаяз Нурғәли улы.
Белеүебеҙсә, ауыл халҡының мәшәҡәттәре йыл әйләнәһенә бөтәһе түгел. Мәҙинә Фәрит ҡыҙы ла һыйыр һауыуҙан бушап торғаны юҡ: берәүҙәрен ташлатыуға, икенселәре быҙаулай тора.
– Ике йыл элек электр менән һауыу аппараты алдыҡ, ҡалған һөттө ҡул менән һауып алам. Эшем бер аҙ еңеләйҙе, – ти хужабикә.
Һыйлы көнөң – һыйырҙа, тигәндәй, хужаларҙың табынынан һөт-ҡатыҡ, яңы айыртылған ҡаймаҡ, эремсек өҙөлгәне юҡ. Мәҙинә көн һайын дүрт һыйырҙың һөтөн айырта, унан тағы көндәлек аҡты эшкәртеп кенә өлгөр. Ҡоротто ла һәр кем үҙенсә яһай. Халҡыбыҙҙың был шифалы ризығының киң дауалау үҙенсәлеген барыһы ла хәҙер яҡшы белә. Уңған хужабикәнең иһә үҙ рецебы: сепараторҙан үткәрелгән һөткә ҡатыҡ һалып ойота.
– Хәҙер ауылда өлкән йәштәгеләр күп, улар һөт ризыҡтарын һорап үҙҙәре шылтырата. Ҡорот, эремсек, ҡаймаҡты теләп алалар, ҡыҙыл эремсекте яһау мәшәҡәтлерәк, шуға күрә уны һирәгерәк эшләйем. Ҡышҡыһын бигерәк тә тәмле, сифатлы ауыл майын һораусылар арта, –ти Мәҙинә ханым.
Ҡайһы берәүҙәр “бесән-фуражды ла һатып алғас, мал тотоуҙың файҙаһы юҡ”, тип зарлана. Исламовтарҙың төп табышы шунан булғас, малҡайҙарыбыҙ иҫән-һау ғына була күрһен, тип теләй”, – тип яҙа Бишбүләк районының “Дим буйҙары” баҫмаһы.
Һәр яҡтан уңған замандашыбыҙ Мәҙинә Фәрит ҡыҙына именлек, уңыштар теләйбеҙ.
Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА
Бөрйән районы