Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь , 10:00

“Итальянсаға ҡарағанда русса йырлау ауырыраҡ”

Опера сәхнәһендә йырлау менән бергә Әлим Ҡәйүмов эстрадала ла сығыш яһай.

“Итальянсаға ҡарағанда русса йырлау ауырыраҡ”
“Итальянсаға ҡарағанда русса йырлау ауырыраҡ”

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, иҫ киткес талант эйәһе Әлим ҠӘЙҮМОВ 45 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Әлим Абдуллажан улы гүзәл тәбиғәтле, һәләттәргә бай Учалы районының Бөйҙө ауылында ижадҡа бай ғаиләлә тыуып үҫә. Мәктәптә уҡығанда музыка мәктәбенең баян класында белем ала. Аттестат алғас, Учалы музыка училищеһының башҡорт фольклоры бүлегенә уҡырға инә.

- Ғөмүмән, Учалы музыка училищеһы киләсәгемде билдәләне. Бик күп башҡорт халыҡ йырҙарын, профессиональ композиторҙарҙың әҫәрҙәрен өйрәндем. Тап шул ваҡытта күңелемдә милли рух, башҡорт сәнғәте менән ғорурлыҡ тойғоһо уянды. Уңыштар ҙа көттөрмәне – өсөнсө курстан һуң, “Ирәндек моңдары” халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен яуланым. Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Рәйсә Ғәлимуллина мине күреп, үҙенең класына саҡырҙы, шуға күрә училищены тамамламайынса, институттың әҙерлек курсына уҡырға индем. Талантлы остазым мәрхүмә булғас, Миләүшә Мортазина класына күстем. Төрлө яҡлап һәләтле, талапсан педагогта шөғөлләнгәндә, тауышымдың юғары ноталары килеп сыҡты, - тип студент саҡтарын иҫкә төшөрә Әлим Ҡәйүмов.

2004 йылда сәнғәт академияһын тамамлағас, театрҙы йәки филармонияны һайлау һорауы тыуа егет алдында. Сәхнә тәжрибәһе, репертуар туплармын тип, филармонияға өҫтөнлөк бирә.

– Россиниҙың “Севилья цирюльнигы” әҫәренән Альмавива партияһы театрҙа опера йырсыһы булараҡ тәүге ролем ине. Россини ижады үҙемә бик оҡшай, ғөмүмән, романтик, яҡты образдарға өҫтөнлөк бирәм. Әммә был партияны башҡарыу ҡатмарлы – ул тауыштың һығылмалылығын, еңеллеген талап итә, өҫтәүенә рус телендә башҡарыла. Итальян телендә йырлау еңелерәк, ул йомшаҡ, әйтерһең дә, йыр өсөн сығарылған тел. Һуңынан Чайковскийҙың “Евгений Онегин” операһында Ленский партияһын башҡарҙым.

Аҙағыраҡ Доницеттиҙың “Мөхәббәт эсемлеге” әҫәрендә – Немориноны, Римский-Корсаковтың “Ҡарһылыу”ында Берендейҙы башҡара башланым. Ә дөйөм алғанда, Римский-Корсаковтың опера һәм романстарын бик яратам, ул – үтә моңло композитор.

Милли әҫәрҙәргә килгәндә, Салауат Низаметдиновтың “Нәҡи” операһында – Айтуған, “Ай тотолған төндә”лә – Аҡъегет, Заһир Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” комедияһында – Басир, “Салауат Юлаев” операһында Бохайыр партияларын яратып башҡарам, - ти опера йырсыһы.

Опера сәхнәһендә йырлау менән бергә Әлим Ҡәйүмов эстрадала ла сығыш яһай. Арияларҙан тыш, романстарҙы, башҡорт халыҡ йырҙарын, сит ил һәм Рәсәй композиторҙарының, неаполитан йырҙарын һанаһаң, уның репертуарында өс йөҙгә яҡын әҫәр иҫәпләнә. Ике аудиоальбомы бар.

Әлим Ҡәйүмов өлгөлө ғаилә башлығы ла – тормош иптәше Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлегенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Салауат ҡыҙы менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.

Беҙ ҙә меңәрләгән тамашасы һөйөүен яулаған талантлы опера йырсыһын ғүмер байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.

Фото: йырсының шәхси архивынан.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в