Салауат районына барып, Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите үткәргән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсында беренсе урынды яулаған Лағыр ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат Риян улы Низамовҡа еңеүсе дипломы тапшырҙыҡ. Конкурс шарттары буйынса, беҙ еңеүсе тураһында мәҡәлә әҙерләйбеҙ, әммә Ришат Риян улы үҙе тураһында түгел, ә ошо биләмәгә ҡараған Шәрәк ауылының уңған халҡы тураһында яҙыуыбыҙҙы һораны.
“Ауылда мәсет төҙөгәндән һуң, ундағы тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, халыҡ насар ғәҙәттәрҙән арынды, дәртләнеп донъя көтә. Ауылды тергеҙеү, төҙөкләндереү буйынса күп эштәр башҡарҙылар”, – тине хакимиәт башлығы.
Алмаштырғыһыҙ депутат
Шәрәктә беҙҙе ауыл депутаты Илшат Садиҡов ҡаршы алды. Ул – ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған кеше, инде 15 йыл алмаштырғыһыҙ депутат булып ҡала.
Илшат Ямалетдин улы 1974 йылда ошо ауылда тыуған, мәктәпте тамамлағандан һуң иретеп йәбештереүсегә уҡып сыға, “Лағыр” совхозында эшләй. Хужалыҡ тарҡалғас, 2009 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығын аса, тик алты йыл эшләгәс, уны тарҡата.
– Биш йыл фермер булып эшләгәс, төрлө органдар бер-бер артлы тикшерә, штрафтар һала башланы. Тапҡан барлы-юҡлы аҡса шуларҙы түләүгә китеп тора, шуға ла эшемде ябырға мәжбүр булдым, – ти ул.
Уңған хужа әле шәхси хужалығында күпләп мал тота. 24 гектар пай ере бар, унда үлән сәсә. “Ит һәм һөт ризыҡтарын туғандар ала, күрше өлкәлә лә һатабыҙ”, – ти ул.
Илшат Ямалетдин улы тормош иптәше Тәнзилә Нәғим ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Быйыл уларҙың ғаиләһе өсөн сығарылыштар йылы: оло улдары – юғары уҡыу йортон, уртансы улдары – машина эшләү колледжын, ҡыҙҙары XI класты тамамлай.
Илшат Садиҡов ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Депутат булғас, күп эштәрҙе ойоштороу уның иңендә.
– Ауыл халҡы менән эшләргә мөмкин, бының өсөн уртаҡ тел табырға кәрәк. 2011 йылда күмәк көс менән мәсет һалдыҡ. Иман йорто эшләй башлағас, кешеләр үҙгәрҙе, тағы ла нығыраҡ берләште. Берҙәм эшләйҙәр, өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнашалар. Һәр мәсьәләне уртаға һалып хәл итәбеҙ. Нәҫел-тамырҙарыбыҙҙы асыҡлау маҡсатында 2012 йылда Шәжәрә байрамын ойошторҙоҡ. 2018 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса балалар майҙансығы урынлаштырҙыҡ, ә 2019 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә мемориал төҙөнөк, – ти депутат.
Мәғлүм булыуынса, Шәрәктән 52 ир-егет Бөйөк Ватан һуғышына киткән, уларҙың 31-енә тыуған еренә ҡайтырға насип була, ә 21 яугир яу яландарында ятып ҡала.
Илшат Садиҡов тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашты – Өфөлә йәшәгән ауылдашы мәсетте тыштан көпләүгә төҙөлөш материалдары алыуҙа матди ярҙам күрһәтергә вәғәҙә иткән, ә эште был егеттең атаһы башҡарырға теләк белдергән.
Клуб кәрәк, ти халыҡ
2020 йылда Шәрәккә газ үткән. Әле ауылдағы 48 йортта кеше йәшәһә, уларҙың 22-һе зәңгәр яғыулыҡҡа тоташҡан, өс кеше әле газ үткәртеү өҫтөндә. Урындағы халыҡтың төп шөғөлө – малсылыҡ. 17 хужалыҡта трактор бар, ҡайһы берҙәрендә икешәр техника иҫәпләнә.
Донъя теүәл кеүек тойолһа ла, Шәрәк ауылы халҡын борсоған мәсьәләләр ҙа бар. Ауылда иҫке булһа ла фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы бар, әммә ул ябыҡ, сөнки фельдшер юҡ. Медицина хеҙмәткәре аҙнаһына ике тапҡыр килеп ҡабул итә, ләкин ауыл халҡын был ҡәнәғәтләндермәй, сөнки медицина ярҙамына даими мохтаж булған өлкән кешеләргә ҡыйын.
– Икенсе мәсьәлә – ауылда клуб юҡ. Халыҡ төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашып йәшәүҙән мәхрүм. Яңы йыл, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, Ватан һаҡсылары көнө һәм башҡа байрамдарҙы ойоштороп булмай. Шулай уҡ йыйылыштар, ултырыштар үткәреү өсөн дә уңайлы булыр ине, – тип ауыл Советы депутаты Илшат Садиҡов.
Ул дүрт тракторҙы туҙҙырған
Хеҙмәт ветераны Ғималетдин Зәйнуллинды ауылдаштары алдынғы тракторсы итеп белә, шулай уҡ ул ауылдағы ир-ат араһында иң өлкән кеше.
Ғималетдин Шәмсетдин улы 1950 йылда тыуған. Лағыр мәктәбендә VII класс тамамлағас, Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән ҡалаһына юллана. Унда дүрт йыл заводта эшләй, шул саҡ механизаторға уҡый. Армияла ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң тыуған ауылында төпләнеп, “Әй” колхозына тракторсы булып эшкә урынлаша.
Йылдар үтә тора, хужалыҡтың исеме лә үҙгәрә – “Лағыр” колхозына әйләнә, аҙаҡ совхоз итәләр, әммә Ғималетдин ағай ғына унда алмаштырғыһыҙ тракторсы булып эшләүен дауам итә. Уның фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана – почет һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләйҙәр, фотоһүрәте “Почет таҡтаһы”нан төшмәй.
– Колхозда, совхозда 36 йыл эшләү осоронда дүрт трактор туҙҙырҙым, – ти ул.
Эйе, киң профилле механизаторға “Т-40”, “МТЗ”, “ДТ-75”, “Т-150”, “К-700” кеүек тракторҙарҙа, сәсеү һәм урыу техникаһында эшләргә насип итә.
Тормош иптәше Таңсулпан Миңдулла ҡыҙы менән биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңыраҡ тормош иптәше гүр эйәһе булған. Зәйнуллиндар ғаиләһе бала ҡайғыһын да кисергән. Әле өс балаһы ситтә тормош көтә. Йыш ҡына атайҙары янына ҡайтып, хәлен белеп торалар.
Ғималетдин Шәмсетдин улы ауылдың яҙмышына битараф түгел. “Йәштәр ниңә кооператив асмай икән?” – ти.
– Ауылда йәштәргә клуб мотлаҡ кәрәк, халыҡҡа ла һөйләшерлек, йыйылышырлыҡ урын булырға тейеш. Беҙҙә бер-ике егет кенә буйҙаҡ йөрөй, ҡалғандары ғаиләле. Мал тотоу өсөн беҙҙең яҡтар уңайлы, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр етерлек. Колхозда һәм совхозда эшләгәндәрҙең пай ерҙәре бар, – ти Ғималетдин ағай.
Хеҙмәт ветераны яңғыҙ йәшәһә лә, һыйыр, ҡош-ҡорт тота. Үҙенең тракторында мал аҙығы әҙерләй. Тәжрибәле белгесте урындағы башҡа хужалыҡтар ҙа эшкә саҡырып тора.
Балыҡ үрсетергә теләй
Шәрәк ауылына ингән ерҙә быуа иғтибарҙы йәлеп итә. Алик Шәрхитов уны ҙурайтып ҡаҙҙыртҡан икән. Ул Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһында йәшәһә лә, ауыл менән бәйләнеште өҙмәгән, даими ҡайтып йөрөй.
Алик Рәйес улы 1965 йылда ошо ауылда тыуған. Лағыр мәктәбендә X класты тамамлағас, армияға китә. Хәрби хеҙмәт юлын Германияла үтергә насип итә.
Тыуған ауылына ҡайтҡас, совхозға эшкә урынлаша. 90-сы йылдар аҙағында хужалыҡтар тарҡала башлағас, 1994 йылда Әшә ҡалаһында милицияға водитель булып эшкә урынлаша. Алик Рәйес улы хәрби хәрәкәт ветераны: 2000 – 2001 йылдарҙа Чечен Республикаһында конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан. 2010 йылда тәртип һаҡлау органдарынан хаҡлы ялға сығып, әле автобус водителе булып эшләй.
– 2015 йылда балыҡ үрсетеү өсөн һыу ятҡылығын ҡуртымға алғайным. Был урын йәшелсә үҫтереү өсөн дә уңайлы. Һыу ятҡылығын тәрәнәйтеп, балыҡ ебәреп ҡараным. Ситтә йөрөп, эште алып китеүе ҡыйын. Әле үҙемдең эш хаҡынан бындағы төҙөлөшкә өлөш сығарырға тырышам. Бөтөнләй күсеп ҡайтҡас, ныҡлап тотонасаҡмын, – тине ул.
“Беҙ бала саҡтан эшләнек...”
Шәрәк ауылының иң өлкән кешеһе Ғәйзәнә Ғимранова менән дә осраштыҡ. Һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын иңендә татыған Бөйөк Ватан һуғышының тыл ветераны иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Уның атаһы Зәки Сөләймән улы Сөләймәнов 1940 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә алынған. Һуғыш барышында әсирлеккә эләккән. 1945 йылда ауылына ҡайтҡас, комбайнда эшләгән, ә 1948 йылда үлеп ҡалған.
– Ғаиләлә өс бала үҫтек. Беҙ бала саҡтан эшләнек. VI класта уҡығанда мине, Люциәне, Һылыуҙы, Клараны, Миңдинурҙы, Сафияны, Маһираны Һатҡы урманына бесән сабырға ебәрҙеләр. Малайҙарҙан Харис барҙы, ул матур итеп гармунда уйнай ине. Сабаталар туҙып бөттө, ялан аяҡ бесән саптыҡ. Һуғыш йылдарында иген сәскесендә лә эшләнек, ашлыҡ һуғыуҙа ла ҡатнаштыҡ, – ти ул.
Ғәйзәнә Зәки ҡыҙы 1955 йылда һуғыш юлын үткән Ҡасим Ғимрановҡа кейәүгә сыға. Ул Бөйөк Ватан һуғышына 1944 йылда алынған һәм осоусы-штурмовик булып ете йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Ҡырмыҫҡалы районында иҫәпсе-хисапсыға уҡып сыҡҡас, хужалыҡта ревизор, иҫәпсе-хисапсы булып эшләй. Тик ғаиләгә оҙаҡ бәхетле йәшәргә насип булмай – Ҡасим Шакир улы 1979 йылда, 51 йәшендә генә, үлеп ҡала.
Тол ҡалған 46 йәшлек ҡатынға биш баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һалырға тура килә. Колхозда һауынсы була, бесән сабыу, сөгөлдөр утау кеүек төрлө эштәрҙә лә әүҙем ҡатнаша.
– Ғүмер буйы шәл бәйләп, балалар үҫтерҙем, шул аҡсаға уҡытып сығарҙым. Баш баланың өсәүһе – уҡытыусы, берәүһе – табип, берәүһе – ауыл хужалығы белгесе, – ти хеҙмәт ветераны.
Ғәйзәнә Зәки ҡыҙы баҡса тултырып йәшелсә үҫтерә, кәртә тултырып мал аҫрай, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Әле ҡыҙы Зәлифә менән бергә йәшәй. Оло йәштә булһа ла, ул ҡыҙына ярҙамсы – баҡса эштәрендә ҡатнаша, ейәндәрен умартасылыҡ серҙәренә өйрәтә.
Ҡыҙы Зәлифә менән кейәүе Рәфҡәт Ҡасимовтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Улар ҙа күп итеп мал тота – һигеҙ баш йылҡы, биш баш һыйыр, 20-нән ашыу һарыҡ, шулай уҡ кәзәләре лә бар. Бынан тыш, ҡош-ҡорт алып һимертәләр.
Шәрәк ауылы урынлашҡан ер малсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн бик уңайлы. Картуф та бында яҡшы уңа, ти Лағыр ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат Низамов.
Боронғо ауыл
Шәрәк ауылын, Тырнаҡлы ырыуы шәжәрәһендә күрһәтелеүенсә, Васҡын ауылына нигеҙ һалған Васҡын Туҡтаһыновтың улы Ғосман нигеҙләгән.
Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” китабында, 1795 йылда ауылда ни бары туғыҙ ихата-йорт булып, унда 21 ир-ат һәм 31 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән, тигән мәғлүмәт бар. 1761 йылда ла шунса йорт һәм кеше иҫәпләнә. 1834 йылда 13 йортта 81 башҡорт һәм бер йортта өс ҡаҙаҡ теркәлә. 1859 йылда 30 йортта 70 ир-ат һәм 68 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Ҡаҙаҡтарҙың һаны 17 кешегә етә. Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫешенә килгәндә, “Өфө губернаһынын Өфө өйәҙе буйынса 1895 — 1896 йылдарға статистика мәғлүмәттәре” тупланмаһында ауыл тураһында түбәндәге мәғлүмәттәр бирелә:
“Шәрәк ауылы Әй йылғаһының һул яҡ тигеҙ һәм түбәнге ярында урынлашҡан. Өйәҙ ҡалаһынан — 90, Үрге Ҡыйғы ауылынан — 20, Лағыр ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта. Әйгә ҡойған Шәрәк йылғаһы тирмән төҙөү өсөн уңайлы. Халҡы – аҫаба башҡорттар. Тирмән урыны (ике дисәтинә) — йылына 10 тин түләү иҫәбенән 12 йылға ҡуртымға бирелгән. Шулай уҡ Биҙеғуш күлендә балыҡ тотоу урындары ла йылына 10 тин түләү иҫәбенән ҡуртымға бирелгән. Ауылда бер йәмәғәт тирмәне бар. Ауылдың бер өлөшөн элекке хәрби дәрәжәләге керҙәш ҡырғыҙҙар алып тора. Улар дүрт йортта алты кеше йәшәй”.
Ә инде 1920 йылда 57 йортта 300 башҡорт иҫәпләнгән, 1939 йылда – 310, 1959 йылда – 260, 1989 – 161, 2002 йылда – 167, 2010 йылда – 170. Әлеге көндә халыҡ һаны – 185. Ауылда 18 йәше тулмаған 17 бала йәшәй.
Алда килтерелгән мәғлүмәттәр халыҡ һанының тотороҡло ҡалыуын күрһәтә. Быға яуап та ябай – Шәрәктә тыуған төйәгенә тоғро, илһөйәр кешеләр йәшәй.
Әле ауылда мәсет, бер магазин бар. Шәхси хужалыҡта кешеләр күпләп мал тотоп, картуф үҫтереп йәшәй, шулай уҡ умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә.
Ауылда дүрт аймаҡҡа ҡараған ғаиләләр бар: Бикәнәйҙәр, Ҡырғыҙҙар, Оҙонбармаҡтар, Ласҡындар.
Рәмилә МУСИНА