7 июндә республикала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән сираттағы медиайыйын үтәсәк. Йола буйынса, ул матбуғат сараһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри берлеге менән власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен туплаясаҡ. Сараның үтә ваҡытлы һәм көнүҙәк икәнлеген билдәләйек: быйыл беҙҙең дәүләт агрессивлығы һәм киң ҡоласлылығы йәһәтенән бығаса күрелмәгән, тиңе булмаған мәғлүмәти һөжүм менән осрашты. Был күренеш әле тормошобоҙҙоң барлыҡ тармағында ла сағыла.
Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән мәғлүмәт һуғышының төп маҡсаттары нимәлә? Мәғлүмәти эшмәкәрлектең сифатын яҡшыртыу өсөн дәүләт ниндәй аҙымдар яһарға тейеш? Был процеста милли матбуғаттың роле ниндәй? Ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира АЙЫТҠОЛОВА яуап бирҙе.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “мәғлүмәт һуғышы” тигән күренеш заманыбыҙҙың ҡәҙимге төшөнсәһенә әүерелде. Хәҙер сифатлы мәғлүмәти ярҙамһыҙ дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырып та, ил мәнфәғәтен сит илдәрҙә яҡлап та булмай. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?
– Ғөмүмән, дәүләт сәйәсәтен сифатлы мәғлүмәти ярҙамһыҙ үткәреү мөмкин түгел. Әлеге осорҙа был айырыуса киҫкен тойола, сөнки беҙҙең дәүләткә һәм илдең һәр гражданына ҡаршы тиңе булмаған һөжүм алып барыла. Шуға күрә беҙҙең дәүләт мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ, һаҡларлыҡ мәғлүмәт ҡоралы булырға тейеш. Әйтергә кәрәк, контрһөжүм ҡоралдары төрлө, һәм бөгөн ҡулында смартфон тотҡан һәр кем теге йәки был яҡ өсөн ошо алышта “ҡатнаша”. Һәр кем аңларға тейеш: социаль селтәрҙәге йә башҡа медиакиңлектәге теге йәки был мәғлүмәти сығанаҡ буйынса ҡалдырылған комментарий-лайыҡ та бөгөн ҙур мәғәнәгә эйә.
Был ҡатмарлы осорҙа беҙгә берҙәмлек бик мөһим – бөгөн ошолар айырыуса көнүҙәк. Рәсәйҙең традицион ҡиммәттәргә, дәүләттең үҙ суверенитетын һаҡлауға йүнәлтелгән курсы беҙҙе берләштерә, туплай икәнлеген тойоу фарыз.
– Һеҙҙеңсә, ошо шарттарҙа дәүләт тарафынан мәғлүмәти эштең сифатын яҡшыртыу йәһәтенән ниндәй саралар күрелергә тейеш?
– Медиакиңлектәге эшмәкәрлектең сифатын күтәреү өсөн тәүге сиратта ябай кешеләрҙе дөрөҫ булмаған мәғлүмәт ағымынан һаҡлау зарур. Шуға күрә беҙ, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, үҙебеҙҙең яҡтан фейк яңылыҡтарға ҡаршы барлыҡ сараларҙы күрәбеҙ. Фейктар тураһындағы законды бик оператив рәүештә ҡабул иттек. Был мәғлүмәтте ҡулланыусыларға ла, уны етештереүселәргә лә берҙәй ҡағыла. Әлбиттә, ошо шарттарҙа киң мәғлүмәт сараларында эшләгән журналистар был йәһәттән үҙ иңдәрендә икеләтә яуаплылыҡ тойорға тейеш.
Ғөмүмән, эске мәғлүмәти баҙарҙа эшмәкәрлек алып барыу ҙур әһәмиәткә эйә. Тағы ла бер тапҡыр билдәләр инем: беҙгә киң мәғлүмәт сараларына ғына таянырға ярамай. Һәр кемдең фекере мөһим! Шул иҫәптән Рәсәйҙең үҫешен нисек күҙ алдына килтереүҙәре хаҡында, беҙ атағанса, блогерҙарҙың, йәмәғәтселек фекере лидерҙарының һүҙҙәре лә урынлы.
– Һеҙҙеңсә, мәғлүмәти эшмәкәрлектең ниндәй элементтарына баҫым яһарға кәрәк (баҫма матбуғатты әүҙемләштереү, эксперт аңлатмалары, видеопродукция, социаль селтәрҙәрҙә эшләү һәм башҡалар)?
– Һәр киң мәғлүмәт сараһының маҡсатлы аудиторияһы бар. Уйлауымса, тәү сиратта һәр кем үҙ эшен сифатлы итеп башҡарырға һәм, мәҫәлән, видеороликтар ҡараған йәки гәзит яҙҙырған, һүҙ көсөнә ышанған кешеләрҙең өмөттәрен аҡларға тейеш – бына ошоға баҫым яһарға кәрәк. Шулай уҡ радио тыңларға һәм ундағы мәғлүмәткә ҡолаҡ һалырға ғәҙәтләнгән кешеләр ҙә бар, шунлыҡтан бөгөн барлыҡ ресурстарҙы ла файҙаланырға кәрәк.
Фекергә килгәндә, кешеләр тәү сиратта эксперттарға, теге йәки был мәсьәләлә компетентлы кешеләргә ышана, шуға күрә беҙгә, милли матбуғат вәкилдәренә, ошо эксперттар институтын булдырыу фарыз. Бөгөн тарихсыларҙың фекерен дә ишетергә кәрәк, сөнки тарих һәр ваҡыт спираль буйынса үҫешә. Илебеҙ был юлды нисәмә тапҡыр үткән, күп тапҡыр суверенитетын яҡлаған. Әле лә ошондай тарихи осор башланыуын аңлау һәм таяныу нөктәһе тап үҙебеҙҙең ил тарихында, өлгөләрендә икәнлеген төшөнөү зарур. Быларҙың барыһы ла үтә мөһим.
– Республиканың матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәрен бергә туплаған медиафорумдың темаһы ла йәмғиәттәге яңы саҡырыуҙарға бәйле. Ғөмүмән, хәҙерге мәғлүмәти мөмкинлектәр заманында урындағы матбуғаттың роле ниндәй?
– Медиафорум беҙҙең өсөн бик мөһим. Былтыр милли форумды тәүге тапҡыр уҙғарҙыҡ һәм уны “Медиайыйын” тип атаныҡ. Әлбиттә, унда тармаҡтың нисек үҫешеүе, бөгөн ниндәй мәсьәләләр, проблемалар һәм маҡсаттар көнүҙәк булыуы хаҡында эшлекле һөйләшеү булды. Шул иҫәптән Башҡортостан Башлығы менән асыҡтан-асыҡ диалог ҡоролдо. Беҙҙең төбәк власть органдарының һәм журналистарҙың ҙур, татыу берҙәмлектә эшләүе йәһәтенән өлгө булып тора, өҫтәүенә, республикала киң мәғлүмәт саралары бер нисә туған телдә эшмәкәрлек алып бара.
Ғөмүмән, беҙҙә милләт-ара, конфессия-ара татыулыҡ темаларына ҙур иғтибар бирелә. Былтыр медиайыйын үҙенә күрә таяныу нөктәһенә әүерелде, уның йомғаҡтары буйынса төбәк Башлығының бер нисә йөкләмәһе ҡабул ителде. Ә был форумда ул йөкләмәләрҙең үтәлешен дә ҡараясаҡбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта тармаҡ проблемалары ла булды һәм киләсәктә лә буласаҡ. Беҙгә, журналистар берләшмәһенә, тәүге сиратта, заман саҡырыуҙары, яңы асыл-мәғәнәләр, киң мәғлүмәт сараларының ошо һорауҙарға ни тиклем тиҙ яуап бирә алыуы тураһында һөйләшеү өсөн йыйылыу мөһим. Икенсе яҡтан, был да тармаҡтың проблемалары менән бәйле, сөнки һөҙөмтәле эшләү һәм сифатлы материалдар етештереү өсөн матди-техник ресурстар кәрәк. Был хаҡта ла, һис шикһеҙ, медиайыйында һүҙ буласаҡ. Форумға үҙебеҙҙең аудитория менән урынлы, кәрәкле ғәмәлдәр тураһында һөйләшеү, асылдарҙы күмәкләп формалаштырыу, дәрт-дарман һәм көс алыу өсөн бихисап федераль эксперттарҙы ла саҡырабыҙ.
– Һанлы хәүефһеҙлек, мәғлүмәти һуғыштар, йәмғиәт һәм власть органдары диалогы, был юҫыҡта матбуғат сараларының әһәмиәте – медиафорумда ошо темалар ҙа күтәреләсәк...
– Темаларҙы беҙ заман ихтыяждарынан сығып һайланыҡ һәм ысынлап та улар күп. Коллегаларыбыҙға пленар өлөштә хәҙерге донъяуи хәл тураһында спикерҙарҙың фекерҙәрен ишетергә мөмкинлек бирергә теләйбеҙ. Әммә иң мөһиме – беҙ бер нисә бәләкәйерәк майҙансыҡ ойошторасаҡбыҙ, уларҙа эш тәртибендә тәжрибә уртаҡлашасаҡбыҙ, форумға килгән эксперттарға һәм коллегаларыбыҙға һорауҙар бирәсәкбеҙ, шулай уҡ хеҙмәттәштәрҙең һорауҙарын тыңлаясаҡбыҙ. Һәр төбәктең генә түгел, һәр райондың да үҙенсәлеге бар. Теге йәки был биләмәлә, айырым ауылда, ҡалала йәшәгән кешеләрҙең ысынбарлыҡта ниҙәр барғанын аңлайышлы һәм күңеленә яҡын символ-образдар аша аңлауы мөһим. Барыһының да ниндәйҙер һорауҙары, тәҡдимдәре, үҙ практикаһы буласаҡ. Был йәһәттән беҙҙә урындағы ҡеүәтле баҫмалар, матбуғат саралары бар һәм, әлбиттә, уларҙы тыңлағы, ишетке килә. Башҡортостандың һәр йәһәттән тәжрибәһе ҙур – медиайыйын тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүереләсәк.
– Башҡа мөһим мәсьәләләрҙән тыш, хаталар, фейктар, дәлилдәрҙе боҙоу, фактик етешһеҙлектәр кеүек проблемалар ҙа бар. Йәмғиәттә аңлатыу эштәре алып барыу кәрәкме? Был йәһәттән милли матбуғат сараларының роле ниндәй?
– Аңлатыу эшен алып барыу мотлаҡ кәрәк, һәм, минеңсә, бының бер хилафлығы ла юҡ. Бәғзе осраҡта, бәлки, иң популяр фейкты алырға һәм уны тарҡатырға кәрәктер. Ошондай миҫал килтерергә теләйем. Һуңғы йылдарҙа беҙҙә фейктарға бәйле ниндәйҙер аңлайышһыҙлыҡ килеп сыҡҡан осраҡта барлыҡ һорауҙарға оператив яуап биреү өсөн, айырыуса райондарҙа район хакимиәте йәки район етәксеһе сәхифәләре төп мәғлүмәти майҙансыҡҡа әүерелде.
Барыһын да борсоған ниндәйҙер хәбәр йөрөй икән, был хаҡта теге йәки был биләмәлә рәсми мәғлүмәттең тап урындағы беренсе етәксе тарафынан яңғырауы мөһим, шуға күрә беҙ Рәсәй Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа, етәкселәребеҙ социаль селтәрҙә эшләргә, үҙ сайттарын-сәхифәләрен булдырырға тейеш, тигән закон ҡабул иттек. Минеңсә, кеше мәғлүмәттең ни тиклем дөрөҫ, тикшерелгән булыуын аңғара алмаған, кемгә ышанырға белмәгән осраҡта уның өсөн беренсе етәксенең һүҙе тәүге урында буласаҡ.
Ә фейктарға ҡаршы мотлаҡ көрәшергә кәрәк, бәлки, ҡайҙалыр ул хасил булмаҫ борон, алданыраҡ аҙымдар яһарғалыр. Бөгөн бындай мәғлүмәт менән нисек эшләргә кәрәклеге хаҡында аныҡ тәжрибәләр мөһим. Һәм, әлбиттә, уҡыусыларҙың, тыңлаусыларҙың, тамашасыларҙың матбуғат сараларынан нимә көтөүен белге-аңлағы, беҙҙең киң мәғлүмәт саралары бер мәғлүмәти киңлектә булһын, тип теләге килә. Бөгөн беҙгә халыҡ араһында тыуған һорауҙарға тиҙ, аныҡ һәм теүәл яуап бирергә, берҙәм булырға кәрәк.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА