Был донъяла һәр кемдең парлы булып ғүмер иткеһе, тормош юлын үткәндә ышаныслы юлдаш тапҡыһы, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, бәхеттә һәм мөхәббәттә йәшәгеһе килә. Берәүҙәр, ысынлап та, үҙ бәхетен табып, бер-береһенә тиң булып, һөйөп-һөйөлөп йәшәй, ә икенселәрҙе бындай өлөш ситләп үтә. “Ниңә Хоҙай бәхеттәрҙе бер тигеҙ бүлмәй икән?” тип йырлана бит йырҙа ла... Гәзит уҡыусылар иғтибарына Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 43 йәшлек Зәлифә исемле ҡатындың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.
“Урта мәктәпте тамамлағас, күрше ҡалалағы педагогия училищеһына уҡырға индем. Өсөнсө курста уҡығанда ауылға ҡайтышлай күрше ауыл егете менән таныштым һәм дуҫлаша башланыҡ.
Мин үҙем туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә үҫтем. Атай-әсәйем шул тиклем тыныс холоҡло, изге күңелле кешеләр ине (йәндәре йәннәттә булһын, ғәзиздәрем бер нисә йыл элек бер-бер артлы ғына мәрхүм булып ҡалды). Атайымдың әсәйемә лә, беҙгә лә ҡул түгел, тауыш күтәргәнен дә хәтерләмәйем. Ни өсөндөр, бөтә ир-егеттәр ҙә уның кеүектер, тигән фекерҙә инем.
Училищены тамамлауға, Фәнил тәҡдим яһаны. Гөрләтеп туй үткәрҙек. Тыныс ҡына холоҡло күренгән ирем, эсеп алһа, ен алмаштырғандай була ла ҡуя ине. Ҡул күтәреүҙәре йышайҙы. Шулай ҡағылып-һуғылып биш йылға яҡын йәшәгәндән һуң, ныҡ итеп туҡмалып, һыу ҙа эсә алмай ятҡанымда, атайым килеп, “минең артыҡ балам юҡ” тип, алып ҡайтып китте. Был ваҡытта ҡыҙым бар ине.
Аҙыраҡ хәл алғас, Фәнил менән рәсми рәүештә айырылыштым (быға өлгәшер өсөн ниҙәр кисергәнемде үҙем генә беләм, ярай, атай-әсәйем терәк булды). Унан инде ҡыҙымды атай-әсәй ҡарамағында ҡалдырып, ҡалаға эшкә төштөм, аҙна һайын ҡайтып йөрөнөм. Ятаҡтан бүлмә алғас, баламды яныма алдым. Тормош һәүетемсә дауам итте.
Бер мәл ауылдағы еңгәй тейешле кеше өйләнмәй йөрөгән егеткә димләй башланы. Икебеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырған булып, осраштырып, һөйләштерҙе. Ятаҡ тормошонан да ялҡҡайным, эш хаҡым бәләкәй булыу сәбәпле, айырым фатир тураһында хыял да итә алманым. Төрлөсә уйлағандан һуң ризалаштым һәм йәше 35-те үткән Илгиз менән никах уҡытып, ауылға күсеп ҡайттым. Был ваҡытта атай-әсәйем дә олоғайғайны, уларға ла терәк-таяныс булырмын, тип уйланым.
Был ирем иҫ киткес көнсөл, өҫтәүенә ыуаҡай, мыжыҡ булып сыҡты. Һәр нәмәгә бәйләнә. “Ниңә быны һатып алдың? Тегене шулайттың, быны былайттың?” Яҙғас, яҙайым әле: бер мәл магазинда матур ғына ризыҡ турай торған таҡталар һатылыуын күреп, береһен алып ҡайттым. Шул таҡта өсөн күпме һүҙ ишеткәнемде белһәгеҙ! “Бер түгел, ике таҡтаң бар, ни өсөн аҡса әрәм итеп алдың?” – тип туҡтауһыҙ ҡолаҡ итемде ашаны. Мәктәпкә эшкә төшкәйнем, кеше араһында матур итеп кейенге килә, әммә яңы кейем алһаң, өйҙә тағы дау ҡуба. Балаһы тыуһа, үҙгәрер тигәйнем, юҡ, үҙгәрмәне. Һәр тинде ҡомһоҙланып иҫәпләүе, хатта ризыҡҡа тиклем ҡыҫыуы үҙәгемә үтте.
Түҙемлегем ете йылға етте. Был ваҡытта өлкән ҡыҙым студент булып баш ҡалала уҡып йөрөй ине инде. Бәләкәй ҡыҙым беренсе класҡа бара торған йылда бөтәһен дә күтәреп һуғып сыҡтым да киттем.
Ҡыҙым менән байтаҡ ауырлыҡтар аша үттек, кеше фатирында ла, ятаҡта ла йәшәнек. Бер мәл ҡатыны мәрхүмә булған тол ир менән таныштырҙылар. Минән арыу уҡ оло йәштә. Ҡала ситендә үҙ йортонда йәшәй, балалары үҫеп таралышҡан, донъяһы матур, төҙөк. Аҙ ғына аралашып йөрөнөк тә, никах уҡытып, бергә йәшәй башланыҡ.
Бергә тороуыбыҙға тиҙҙән бер йыл тула. Тик... Нисек итеп аңлатайым икән? Өйрәнә алмайым был кешегә. Минеке түгел кеүек. Ул нисектер үҙ эсенә йомолған, көндәр буйы бөтөнләй һөйләшмәйбеҙ, арабыҙҙа бер ниндәй ҙә йылылыҡ юҡ. Тағы ҡабаландыммы икән? Әллә үҙемә үҙгәрергә кәрәкме? Өсөнсө тапҡыр айырылыуҙан да оялам. Туғандарым, таныштар алдында уңайһыҙ. “Унға бар – уңғансы бар” тигән халыҡ, тик тормошта улай еңел генә ҡарар ҡабул итеп булмай шул... Ә бит минең теләгем, хыялым яп-ябай ғына: үҙемә тиң кешене осратып, парлы ғүмер кисереү, олоғайған көнөмдә яңғыҙ ҡалмау, бәхетле ҡатын-ҡыҙ булыу...”
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА