Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2022, 14:56

Ҡыҙын бәпләп үҫтерә

Ғаилә уртаҡ уйлы булһа, эш уңа.

Башҡорт ҡыҙҙарының уңған­лығы, маҡсатлылығы, сибәрлеге хаҡында ниндәй генә әҫәрҙәр ижад ителмәгән дә ниндәй генә йырҙар йырланмаған! Шөкөр, милләт данын яҡларлыҡ, халҡыбыҙҙың күрке булырлыҡ гүзәл заттар күп ара­быҙҙа.

Шундайҙарҙың береһе – Айгөл Тәфтизан ҡыҙы Хужина, күп балалы әсә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” һәм “Башҡорт хал­ҡының данлы ҡыҙы” конкурстары еңеүсеһе. Ижтимағи ҡаҙаныш­тарынан тыш ул һөнәри йәһәттән дә ярайһы юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән: “Электролайн” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры вази­фаһын башҡара.

Әммә һүҙ бөгөн уның хаҡында түгел. Айгөл Хужина бик матур яңылыҡ менән бүлеште – ҡыҙы Регина күптән түгел Мәскәүҙә үткән “Russian Beauty 2022” матурлыҡ, мода һәм талант милли фес­тива­лендә ҡатнашҡан һәм ҙур уңыш яулаған. Сара барлыҡ йәш категориялары өсөн ойошторола, унда балалар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Унан тыш, фестиваль “European Beauty 2022”, “World Russian Beauty 2022”, “World Beauty 2022”, “Universe Beauty 2023” кеүек абруйлы сараларҙың һайлап алыу баҫҡысы булып тора.  Приз фонды бер миллион һум тәшкил иткән сараның ҡатнашыусылары төрлө ди­зай­нерҙарҙың проекттарында ҡат­нашыу, мода күрһәтеү хоҡуғын ала.

Айгөл Тәфтизан ҡыҙынан ошо абруйлы сара, унда ҡатнашыу үҙенсәлектәре һәм ғаиләһе хаҡында һөйләүҙе үтендек.

“Тормош иптәшем Ринат Рәшит улы Хужин менән дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Тимур әлеге ва­ҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала. Уртан­сыларыбыҙ Регина менән Роберт – Өфө ҡалаһының 158-се башҡорт гимна­зияһы уҡыу­сылары. Бәлә­кәсебеҙ Ра­нияға әле ете генә ай. Үҙем Әбйәлил райо­нының Асҡар ауылында тыуып үҫтем, ә иремдең нәҫел тамырҙары Мәсетле районына барып тоташа. Күптән баш ҡалабыҙ Өфөлә төпләндек, электр ҡора­малдары етештереү менән бәйле үҙ эшебеҙҙе асып ебәрҙек. Ғөмүмән, һәр йәһәттән өлгөрөргә, төрлө маҡсаттар ҡуйып, өлгәшергә тырышабыҙ. Бер маҡсатлы, уртаҡ уйлы булһаң, барыһы ла килеп сыға, минеңсә.

Регина ҡыҙыбыҙға – 10 йәш. Уның йыр-моңға, бейеүгә бәлә­кәстән әүәҫ булғанын күреп, биш йәшендә Фәйзи Ғәскәров исе­мендәге данлыҡлы бейеү ан­самбленең Балалар бейеү сту­дияһына бирҙек. Бер үк ваҡытта ҡыҙыбыҙ “Һомай” студияһында шөғөлләнә башланы, моделинг нигеҙҙәрен төшөнөп, төрлө кон­курстарҙа ҡатнашты.

Иң мөһиме – был ғәмәлдәр уға ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс тойола, уны сәмләндерә лә, дәртләндерә лә, шуға күрә ҡыҙыбыҙҙың ҡыҙыҡ­һыныуҙарына бер ҡасан да “юҡ” тигәнебеҙ булманы. Һөҙөмтәлә, быға тиклем “Башҡортостан гүзә­ле”, “Ҡарһылыуҡай” һәм “Miss&Mister Effulgence – Мисс һәм Мистер Балҡыш” халыҡ-ара конкурстарында ҡатнашып, Гран-при менән наградланды, ә “Мисс Останкино” һәм башҡа конкурстар номинацияларында еңеү яуланы.

24 – 27 мартта иһә “Йәш Рәсәй гүзәле-2022” (“Юная Мисс Россия-2022”) матурлыҡ, мода һәм талант фестивалендә, бөтә Рәсәйҙән йыйылған 80-ләгән ҡатнашыусы араһында, Регина еңеү яулап, Гран-при алып ҡайтты. Һис шикһеҙ, ғорурланабыҙ – абруйлы фести­валдең 20 йыл үткәрелә килеү тарихында башҡорт ҡыҙы өлгәшкән тәүге юғары уңыш был. Унан тыш, ҡыҙыбыҙ “Йәш Рәсәй гүзәле-2022” конкурсы еңеүсеһе булараҡ, “Йәш Европа гүзәле” һәм “Йәш донъя гүзәле” конкурстарында ҡатнашыу хоҡуғын алды.

Тыуған еребеҙҙең – Башҡортос­таныбыҙҙың данын күтәреүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индергәнгә ғаиләбеҙ ҙә, ҡыҙым да бик шат. Бәлки, артабанғы конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн республика тарафынан беҙгә ярҙам да булыр – халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа ла иле­беҙҙең намыҫын лайыҡлы яҡ­лаясағыбыҙға ышанам”, – ти Айгөл Хужина.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА


Өфө ҡалаһы

Читайте нас: