

Йәмле Юшатыр буйында урынлашҡан Яңы Мораптал ауылында тыуып үҫкән Лира Рәүеф ҡыҙы Мостафина Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Яҡшембәт ауылы амбулаторияһына эшкә ҡайта. Был 1981 йылда була.
30 йыл ул ошо амбулаторияға ҡараған һигеҙ ауыл халҡының һаулығы һағында хеҙмәт итә. Ул ваҡыттарҙа “Ашығыс ярҙам” машинаһы ла юҡ, юлдар ҙа яҡшынан түгел. Әммә заманы шундай – фиҙакәрлек, тырышлыҡ һәр кемдең иңендә булды. Йылдар ҙа имен торҙо, ул яуаплы биләмәлә йылына 40 – 57 бала донъяға ауаз һалды, һәр береһен хәстәрләргә, оҙатырға, дауаларға кәрәк. Эйе, ун йыл элек ул хаҡлы ялға киткәндә йылына 10 сабый донъяға килһә, әле ике-өс кенә бала тыуа тип әйтәләр…
Ауылдың дан егете, Башҡорт дәүләт аграр институтын тамамлаған Рәмил Мостафин менән сәстәрен сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Баш инженер булып урындағы хужалыҡҡа эшкә төшкән Рәмил Ғиниәт улы хәләл ефетенең тынғыһыҙ эшенә аңлап ҡарай, ярҙам итә, бик ашығыс хәлдә үҙе рулгә ултырып, ауырыуҙы район дауаханаһына илтеүҙе лә хәстәрләй. Ул саҡта хеҙмәттәштәре Клара Аҙнабаева, Зифа Ибраһимова, Света Әхмәтова, Земфира Аҙнабаева, Земфира Түләкова, Фәүзиә Бикбаева менән аңлашып, ихлас эшләнеләр, әле лә аралашып, осрашып торалар.
Лира Рәүеф ҡыҙы ғаиләһенән дә уңды. Тормош иптәше “Искра” хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафин менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бәрәкәтле, ырыҫлы ғүмер кисерәләр. Рәмил Ғиниәт улы 40 йылдан ашыу ошо хужалыҡта эшләп, республикала киң билдәле етәксе итеп танылды, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре дәрәжәһенә өлгәште. Күркәм ғаиләлә ҡыҙҙары Ләйсән, улдары Азамат буй еткерҙе. Юғары белемле нефтселәр баш ҡалала донъя көтә, Әминә, Әҙилә, Рәмил, Зарема исемле ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итте.
Лира Рәүеф ҡыҙы – юғары мәҙәниәтле, изге һәм йомарт күңелле шәхес, туғандарына, яҡындарына ныҡлы таяныс, кәңәшсе, аҡыллы ҡатын, әсәй һәм өләсәй, ҡунаҡсыл хужабикә.
Яҡшембәт ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы уға рәхмәт уҡый. Тыуған ил уның фиҙакәр хеҙмәтен лайыҡлы баһаланы. Лира Мостафина – Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Күркәм юбилейы айҡанлы, уға иң изге теләктәр юллайбыҙ, ҡоростай һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Гөлсимә СӘЛИХОВА