Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2022, 19:00

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

“Global Management Challenge” стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионаттың Башҡортостан кубогына еңеүселәр билдәләнде.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

"Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында  “Global Management Challenge” стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса Башҡортостан кубогы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Еңеүсе команда 2022 йылдың 29-30 июнендә Ханты-Мансиҙа уҙасаҡ милли финалда сығыш яһаясаҡ.

- Мин Президент Академияһын "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй форумында күрһәтеүемә бик шатмын. Быйыл Кубокта йәнә төбәктең бизнес-шерифтары һәм эшҡыуарҙары ҡатнашты. Командалар лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтте, шулай уҡ нетворкингтың йылы мөхите арҡаһында бер-береһе менән бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлеге менән файҙаландылар тип ышанам. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, финал сиктәрендә корпоратив, бюджет ойошмалары, эшҡыуарҙар һәм бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы ҡатнашыуға заявка биреүселәр өсөн өҫтәмә тренинг үткәрә алдыҡ, - тине Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Ойоштороу үҫеше һәм стратегик инициативалар институты директоры Вячеслав Шоптенко еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында.

Башҡортостан кубогының финалы 2 июндә "Урал аръяғы-2022" инвестиция һабантуйы майҙансығында уҙҙы. Унда 8 команда ҡатнашты: "УНЫШЛЫК" (Туймазы, Балаҡатай һәм Күгәрсен райондары), "10-сы команда" (Яңауыл, Ағиҙел һәм Бишбүләк райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы), "Еңеү  өсөн"  ("Za победу") (Бәләбәй һәм Ишембай райондары, Салауат ҡалаһы), "Эшлекле кешеләр" (Салауат, Миәкә һәм Саҡмағош райондары), "Саҡмағош" (Хәйбулла, Нуриман, Краснокама һәм Йәрмәкәй райондары), "Алға" (Тәтешле, Иглин, Благовар һәм Борай райондары).

Ярыш йомғаҡтары буйынса өсөнсө урынды "IZI" командаһы яуланы. Икенсе урынд - "Бизнес Практика" командаһы. “Global Management Challenge” стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса Башҡортостан кубогын "Za победу" командаһы яуланы. Улар  Халыҡ-ара турнирҙа Башҡортостан исеменән Ханты-Мансиҙа сығыш яһаясаҡ. Унда  30-ҙан ашыу команда ҡатнашасаҡ. Еңеүсе командаға Ханты-Мансиҙан оло еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Башҡортостан кубогын ойоштороусылар - РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы һәм БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: