Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2022, 14:00

Герой-Әсәгә – 90 йәш!

Ул - ауылдың иң оло ағинәйҙәренең береһе, тыл ветераны, ун бала тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһен уҡытып, оло тормош юлына баҫтырған кеше. 

Герой-Әсәгә – 90 йәш!
Герой-Әсәгә – 90 йәш!

Бөгөн Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылының иң оло ағинәйҙәренең береһе, тыл ветераны, ун бала тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһен уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырған Герой-Әсә Вәлимә Сәйфелмөлөк ҡыҙы Юнысова 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй.

“Вәлимә Сәйфелмөлөк ҡыҙын ысын йөрәктән юбилейы менән ҡотлайбыҙ, уға бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәүен теләйбеҙ!” – тип, ағинәйгә изге теләктәрен еткерҙе ауылдаштары Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәтенең социаль төркөмөндә.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com/public174785393

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: