Кисә, 3 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибай ҡалаһы көнөнә арналған байрам сараһында ҡатнашты.
– Хөрмәтле сибайҙар, ҡунаҡтар, байрам менән! Һеҙҙе бөгөн бында ҙур Бөтә Рәсәй сараһы барған майҙанда күреүемә шатмын. Ул Сибайҙа үтә, сөнки тап ошо ер Урал аръяғы, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй Федерацияһы иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән күләмле саралар үткәрә ала. Һеҙгә яҡшы кәйеф һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем. Байрам менән! – тине Андрей Назаров.
Андрей Назаров алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе юғары ҡаҙаныштары өсөн бүләкләне. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы Лилиә Ғәниева, Сибай Үҙәк ҡала дауаханаһы хирургия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Марина Бондарева, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең финанс идаралығы бюджетын үтәү бүлеге начальнигы Евгения Кравченко, Үҙәк ҡала дауаханаһы стационарының кардиология бүлексәһе шәфҡәт туташы Гөлнара Мөхәмәтйәрова, “Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге” мәҙәниәт учреждениеһы директоры Гөлиә Нәҙерғолова; Сибай почта элемтәһе идаралығының 8-се почта элемтәһе бүлеге начальнигы Гөлдәр Рыҫҡужина; Сибай ҡалаһында “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте филиалының диспетчер хеҙмәте водителе Игорь Родионов; “БашРТС”тың Сибай буйынса йылылыҡ селтәрҙәре начальнигы Александр Свиридов; “Гимназия” муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһының география уҡытыусыһы Әминә Хәмитова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Ҡала көнө байрам концерты менән тамамланды. Унда эстрада йондоҙҙары ҡатнашты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.