Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2022, 09:00

Мөжәүир хәҙрәттең ҡөҙрәте әле лә ярҙам итә

Баймаҡтан Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың вафатына 50 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Әммә күптәр олатайҙың тылсымын һаман иҫләй. Бына бер нисә ғәжәп хәл.

Мөжәүир хәҙрәттең ҡөҙрәте әле лә ярҙам итә
Мөжәүир хәҙрәттең ҡөҙрәте әле лә ярҙам итә
Гөлдәр әбей:
– Мөжәүир хәҙрәттең изгелеге, кешеләргә ярҙам итергә теләүе, ҡурсалауы тип әйтәйемме, үҙенә ышанғандарға, үҙен хөрмәт иткәндәргә һиҙеләлер, күңелдәре менән тояларҙыр. Бары тик ысын күңелдән ышаныу, иманыңдың саф, эштәреңдең сауаплы булыуы ғына разымдыр. Шуға ла уның мәрхәмәте меңдәр араһынан тик берәүгә генә, бәлки, өлөшлө кешегә генә төшәлер.
Ауырыуҙы берәү ҙә һорап алмай, һәм шулай уҡ унан ҡасып та китеп булмағанын һәр кемебеҙ белә. Көндәрҙән бер көндө, ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелеү сәбәпле, ҡапыл ғына яҡын кешебеҙ хәтерен юя. Һау-сәләмәт кеше, кистән ҡатыны менән түшәккә ятҡас, иртән иртәрәк эшкә барасағын иҫкәртә. Иртәнсәк ире тороп киткәс, ҡатыны бер аҙ серем итеп алғас, көндәлек эштәрен бөтөрә. Төшкөлөккә аш яраштырып көтһә лә, ир эштән ашарға ҡайтмай.
Шофер кешенең ауылда эше тынғыһыҙ, ҡасан ҡайтырын белеп тә булмай. Ауылдан ситкә юлланғандыр тип, хәҙер кис ҡайтырын көтә. Артыҡ борсолмай, иғтибар ҙа бирмәй көткән ире кис тә ҡайтмағас, эш биреүсеһенә шылтырата. Ул ирҙең бөгөн бөтөнләй эшкә сыҡмағанын әйткәс кенә хафалана, таныш-белештәргә шылтырата, белешә башлай. Ирҙе берәү ҙә күрмәгән, осратмаған, тап итмәгән. Хәҙер инде оло юлдан килеп-киткәндәрҙән һораша, эргә-тирәне, ауыл әйләнәһен эҙләп ҡарай. Йүгергеләй торғас, көн кисәүләй ҙә башлай.
Был ваҡытта, егерме саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдың бер ихатаһында ярһып-ярһып эт өрә башлай. Хужабикә тәҙрәнән ынтылып-ынтылып ҡараһа ла, берәү ҙә күренмәй. Ахыры, тышҡа сығып, урам буйын ҡарап инмәксе була. Эскәмйәлә ултырған туғанын күреп, өйгә әйҙәй, һораша башлай. Өҙә-йолҡа биргән яуабын, сәйер торошон күргәс, тәүге уйы, иҫеректер, була. Сәй эсергә ҡыҫтаһа ла, йоҡларға тәҡдим итһә лә, ир ҡайҙалыр китергә, сығырға ашҡына. Яҡындағы ҡыҙына хәбәр иткәс, туғанын әүрәтеп сығармаҫҡа тырыша, бында нисек килеп юлыҡҡанын белешә. Кемдер уны танып, ошо өйгә килтерҙе, тигән яуап ишеткәс кенә, хәлен самалай.
Балалары, дуҫтары ярҙамында ҡатынына хәбәр итеп Баймаҡ дауахаһына урынлаштыралар. Табиптарҙаң тырышлығы менән бер аҙ хәле еңелләшһә лә, тормошто яңы биттән башлап китеүе бик ауырға тура килә, үткәндәрҙе хәтеренә төшөрә алмай.Телевизор нимә була, пульт ни өсөн, янындағы сал сәсле ҡатын кем ул? Машинаны күрһәттеләр, ә трактор нимә була? Күҙ алдында ят кешеләр ҡайнаша, башын төрлө һорауҙар игәй. Дауалау ваҡыты үткәс, өйөнә алып ҡайталар, бында ла төрлө хайуандар, ят мөхит.
Бер төн уның һыңҡылдап илауына ҡатыны уянып китә. Әзмәүерҙәй ирҙең төрлө ҡайғылар, ауыр һынауҙар, нахаҡҡа ғәйепләүҙәрҙе лә күтәргәндә иламағанын, хәҙер күҙ йәшен түгеп, балаларса илауына ғәжәпләнерлек тә. Бер аҙ тынысланғас ҡына, төшөндә бер бабайҙы күреүен, уның башынан һыйпап йыуатыуын, ҡурҡма, мин һинең һәр саҡ яныңда, күкрәгеңдә йөрөйөм, тип әйтеүен һөйләй. Аҙаҡ күңелен рәхәтлек, яҡтылыҡ биләй, йәне иҙрәүҙән илауы икән.
Иртәнсәк көр күңел менән уяна, хәле һәйбәтләнә, башының ауыртыуы баҫыла. Шулай ҙа асыҡ итеп төшөндә әйткән һүҙҙәрҙең хужаһының кем икәнлеген белгеһе килә. "Мин һинҽ ғүмҽр буйы ҡурсалайым". Кҽм булыуы мөмкин? Йыйнаҡ шофҽрҙың бөтә документтары һәр ваҡыт түш кеҫәһендә йөрөй. Документтарын барлағанда араһында Мөжәүир хәҙрәт-олатайҙың фотоһына юлыға, һәм төшөнә ингән әүлиә-бабайҙы таный. Һәр саҡ түш кеҫәһендә, күкрәге тәңгәлендә фотоһы.
Ошонан һуң бәләкәй бала сағы, ҡыйлыҡта ниҙер соҡонған биш-алты йәшлек малай сағы иҫенә төшә. Аҙаҡ сәсрәп ауырыуын, оҙаҡҡа аяҡтан яҙыуын иҫләй. Хәстәрлекле әсәһе ат егеп Мөжәүир хәҙрәт-олатайға алып барып күрһәтә. Имсе үҙен өйҙә өшкөрөп-һыйпағас, уны күтәреп сығарып, сирәмгә баҫтыра. Балаһын ҡурсалаған әсәгә яҡынламаҫҡа, тотмаҫҡа ҡуша. Беренсе ынтылыуҙа ергә ҡолаған бала үҙе тырышып тороп аяғына баҫа һәм әкренләп атларға маташа.
Мөжәүир хәҙрәт-олатай күптән вафат булһа ла, үҙе ҡурсауына алған балаға, хәҙер әзмәүерҙәй ир-атҡа, төшөнә инеп ярҙам итә, хәтерен ҡайтара.
Ҡыуанысынан ауылыбыҙ мәсетенә хәйер биреп, Мөжәүир хәҙрәт-олатайҙың рухына аят бағышлатҡас, ауылыбыҙ хажийына ошоларҙы һөйләй.
Хажи ағайыбыҙ әлегә берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡуша. Ғәфү итерһегеҙ, телем ҡысығандан түгел, ә Мөжәүир хәҙрәт-олатайҙың көс-ҡөҙрәте булыуын, исемен мәңгеләштереү ниәтенән яҙҙым. Бөйөк Аллаһ Тәғәләбеҙҙең янындағы яратҡан бәндәһе булып, урыны ожмах түрендә, йәне йәннәттә булыуын теләйем. Уның рухы алдында түбәнселек менән баш эйәм.
 
Зилдә ХӘМИҘУЛЛИНА:
– Бәләкәй саҡтан исемен ишетеп, ҡартәсәйемдең оло хөрмәт менән Мөжәүир олатай тураһында һөйләгәнен тыңлап үҫтем. Минең кеше бағырға хәҙрәттән рөхсәтем бар, ти торғайны ҡартәсәйем. Һәм ул, ысынлап та, кеше баҡты, ныҡ шифалы булды ҡулдарының йылыһы, өшкөрөүенең көсө.
Мөжәүир олатайҙың мөғжизәләрен тыңлап үҫкәнгәме, ул миңә ныҡ яҡын туғаным һымаҡ тойола. Ҡартәсәйем аша Мөжәүир олатай менән бәйләнеш һаман да бар һымаҡ беҙҙең арала... Сөнки бик ауыр операция эшләткәндән һуң, аҙыраҡ иҫенә килеп шәбәйә башлағас, өлкән ҡыҙым: "Әсәй бер ап-аҡ бабай минең башым осонда аяттар, доғалар уҡып торҙо тип һөйләгәнен иҫләйем. Бер аҙ ваҡыттан һуң ул, интернетта Мөжәүир олатайҙың фотоһын күреп ҡалып: "Әсәй, бына теге бабай ошо ине", – тип миңә күрһәтте.
Эй изге йән Мөжәүир олатай, яңы тыуған сабыйынан башҡа өйөндә тағы ла өс балаһы, берәүһе яңы ғына ҡарауға алған, минең ҡапыл ғына вафат булған уртансы ҡыҙымдың улы көткәнен белгәндәй, бала ғынамды ҡурсып, доғалары менән уға ғүмер теләп торғандыр инде.
Мең рәхмәтлемен Мөжәүир олатай мәрхүмгә. Уның яҡты рухы алдында мин дә түбәнселек, оло хөрмәт менән баш эйәм. Йәне йәннәттең түрендә булһын! Яҡты иҫтәлеген, исемен мәңгеләштереүгә ҡуш ҡуллап ризамын. Бар донъя белһен беҙҙең изге йәнле әүлиәбеҙ тураһында.
 
Мотал РӘМОВ:
– Мөжәүир хәҙрәттең әүлиәлеге бөгөн дә барлығына иманым камил! Уның кираматы менән аяғыма баҫтым. Рәхмәт олатайға!
 
Фото: vk.com/wall542302766_856
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: