Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2022, 21:00

“Башҡортостан”дар – Шишмәлә

Районы хакимиәте башлығы Ришат Әнис улы Мансуров ниҙәр хаҡында бәйән итте?

“Башҡортостан”дар – Шишмәлә
“Башҡортостан”дар – Шишмәлә

“Башҡортостан” гәзите баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин менән хәбәрсе Илдар Аҡъюлов Шишмә районында командировкала булды.

Улар төрлө предприятиеларҙың эше менән танышты, халыҡ менән аралашты һәм, әлбиттә, Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров менән осрашты. Ришат Әнис улы райондың социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләне, 11 июндә үтәсәк һабантуйға әҙерлеккә бәйле яңылыҡтарҙы еткерҙе, республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы "Башҡортостан" менән тоғро дуҫлыҡтың, хеҙмәттәшлектең дауам итәсәгенә ышанысты арттырҙы.

И. Аҡъюлов фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: