Әле һыу инеү миҙгеле асылып та өлгөрмәне, әммә күңелһеҙ хәлдәр ишетелә лә башланы. Мәҫәлән, кисә Күмертауҙа 34 йәшлек ир һыу буйында ял иткәндә бата яҙған, тип хәбәр итә "Башинформ" яңылыҡтар агентлығы.
Ҡырын тейәп алғас, был ир, сайынып алырға уйлап, һыуға төшкән. Әммә ярҙан алыҫ ҡына йөҙөп киткәс, бата башлай. Ярай әле, бәхетенә, ҡотҡарыусылар эргәлә була, күреп ҡалып, кәмәгә тартып алалар уны. Медицина ярҙамынан баш тарта ир.
Шул уҡ көндө 11 йәшлек балаға ла ярҙамға ашыға ҡотҡарыусылар. Малай, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, быуаны йөҙөп сығырға уйлай. Тик урта тирәһенә еткәс, хәле бөтә. Ул быуа буйында бер үҙе, өлкәндәрһеҙ, йөрөгән була.
Бәхеткә, был осраҡта ла хәл яҡшы тамамланған. Ә бит аяныслы хәлдәр ҙә бихисап – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдереүҙәренсә, йыл башынан республикала 18 кеше батып үлгән.
Күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн, махсуслаштырылмаған ерҙә һыу инеү, йөҙә белмәйенсә йыраҡҡа китеү, шулай уҡ эскән килеш һыуға төшөргә ярамай, тип иҫкәртәләр ведомствола. Балалар менән йылға-күл буйында ял иткәндә уларҙан күҙ яҙлыҡтырмау хәйерле икәнен онотмайыҡ, дуҫтар.
Фото: К. Калинина.