“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан сода компанияһының Донбасс республикалары халҡына һәм иҡтисадына ғәйәт ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн предприятиеның генераль директоры Эдуард Давыдовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан сода компанияһы күләмле гуманитар хәрәкәттә тәүгеләрҙән булып ҡатнашып, Донецк һәм Луганск республикалары халҡына 78 тоннанан ашыу продукция, атап әйткәндә, 19,5 мең шешә ағартҡыс, 30 мең ҡап кальцийлы сода, 32 мең ҡап “Зифа” һәм 43 мең ҡап “Луч” порошогы ебәрҙе.
Был йөк гуманитар ярҙам тейәлгән республика колоннаһына ҡушылып, Луганск һәм Донецк ҡалаларына юлланды. Предприятие шулай уҡ республика шифаханаларына урынлаштырылған ирекһеҙҙән күсеп килгән кешеләргә лә ярҙам итә, башҡа социаль проекттарҙа ла ҡатнаша. Эксперттар билдәләүенсә, БСК - Донбассҡа булышлыҡ итеүгә тос өлөш индергән иң әүҙем республика предприятиеларының береһе.
Фото: bashinform.ru/news/social
Сығанаҡ: bashinform.ru/news/social