Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь , 19:30

Граждандар форумынан ситтә ҡалмағыҙ

Сара 17 июндә Өфөлә үтәсәк.

Граждандар форумынан ситтә ҡалмағыҙ
Граждандар форумынан ситтә ҡалмағыҙ

17 июндә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы була. Граждандар йәмғиәте институттарының, коммерцияға ҡарамаған секторҙың, дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара органдарының үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеген һәм социаль партнерлығын тәьмин итеү төп маҡсат булып тора.

Форумды ойоштороусылар – Башҡортостан Башлығы гранттары фонды, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе.

Сарала власть органдары, Башҡортостандың граждандар йәмғиәте институттары, Рәсәйҙең төбәк грант операторҙары, республиканың коммерцияға ҡарамаған секторы, урындағы һәм территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡ органдары вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары, әүҙем граждандар ҡатнашасаҡ.

Форумда ҡатнашыусыларҙы теркәү иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Шулай уҡ иртәнән Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре эшләй.

9.00 сәғәттән алып 17.00 сәғәткә тиклем Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк Башҡарма комитеты менән Луганск Халыҡ Республикаһы халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыу ойоштороласаҡ, унда теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала.

Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостанда тормошҡа ашырылған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың иң яҡшы тәжрибәләре һәм граждандар башланғыстары күргәҙмәһен ҡарай ала.

11.00 сәғәттән алып 16.00 сәғәткә тиклем Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы эксперттарҙан консультация алыу һәм грант конкурстарында ҡатнашыуға материалдар әҙерләү өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттарын экспресс-смотр майҙансығын асасаҡ.

Форумдың белем биреү программаһының төп блогы 10.15 сәғәттән 17.30 сәғәткә тиклем үтәсәк һәм грант ярҙамы өлкәһендә алдынғы белгестәрҙән оҫталыҡ дәрестәрен, төбәктең граждандар йәмғиәтен үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр буйынса "түңәрәк өҫтәл"дәрҙе үҙ эсенә аласаҡ.

Форум тураһында ентекле мәғлүмәт һәм көнүҙәк программа - https://форумнкорб.рф. рәсми сайтында.

Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумында ҡатнашыу өсөн 15 июнгә тиклем https://форумнкорб.рф сайтында теркәлергә кәрәк.

Бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр:

электрон почтаһы - [email protected]

телефон - 7 967 453-92-59.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в