Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2022, 11:30

"Оло кешене ҡарай аламмы? Тағы кемде тәрбиәгә алырға була?"

Эйе, үҙмәшғүл, оло йәштәге кешене тәрбиәгә алып, пособие рәсмиләштереү мөмкинлегенә эйә.

"Оло кешене ҡарай аламмы? Тағы кемде тәрбиәгә алырға була?"
"Оло кешене ҡарай аламмы? Тағы кемде тәрбиәгә алырға була?"

Үҙмәшғүл, оло йәштәге кешене тәрбиәгә алып, пособие рәсмиләштереү мөмкинлегенә эйә. Әммә был Пенсия фондына ирекле страховка иғәнәһе түләмәгән осраҡта ғына мөмкин.

- Пособиены нисек юлларға?

* Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетығыҙға инегеҙ: pfr.gov.ru.

* Төп биттә хеҙмәттәр теҙмәһен күрерһегеҙ - һеҙгә «Социаль түләүҙәр» бүлеген табырға кәрәк.

* Исемлектәге ике пунктты һайлағыҙ: эшкә һәләтһеҙ гражданды тәрбиәләү буйынса компенсация тәғәйенләү һәм уның янында - тәрбиәгә алыуға ризалыҡ.

* Ике ғаризаны ла тултырығыҙ һәм ҡарарҙы көтөгөҙ.

* Түләү тәғәйенләнгәс, белдереү ҡағыҙы шәхси кабинетҡа киләсәк.

- Түләүҙең күләме ниндәй?

* Субсидия ай һайын 1200 һум тәшкил итә. Ул тәрбиәгә алыныусыға пенсияһы менән бергә киләсәк.

- Тағы кемде тәрбиәгә алырға була?

* Үҙмәшғүл кеше инвалидты, шул иҫәптән инвалид баланы ҡарау буйынса компенсация алыу мөмкинлегенә эйә.

Фото: vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_734

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: