Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2022, 09:30

Башҡортостан журналистары “Медиайыйын”ға йыйылды

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларының форумы – “Медиайыйын” уҙа. 

Башҡортостан журналистары “Медиайыйын”ға йыйылды
Башҡортостан журналистары “Медиайыйын”ға йыйылды

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларының форумы – “Медиайыйын”ы уҙа.

Икенсе тапҡыр үткәрелгән Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларының форумы – “Медиайын”дың төп йүнәлеше – яңы саҡырыуҙар шарттарында медиатармаҡтың һәм журналистиканың торошо.

Медиафорумда республикабыҙҙың бөтә райондарынан 600-ҙән ашыу делегат, шул иҫәптән дәүләткә ҡарамаған киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Был медиа - тарихта Башҡортостандың бөтә журналистарын берләштергән беренсе ҙур форум.

Форумдың программаһында бер нисә секцияның эше планлаштырылған. “Медиайыйын” спикерҙары – “Russia Todaу” телеканалының генераль директоры Алексей Николов, “Аргументы и Факты" йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Марина Николаевна Мишункина, “Рәсәй 1” телеканалының Яңы медиа хеҙмәте етәксеһе Марина Сезина һәм башҡалар.

Оҫталыҡ дәрестәренең эше эфир, баҫма, һанлы медиалар, заманса журналистика, милли киң мәғлүмәт саралары, биләмәләрҙе танытыу йүнәлештәре буйынса ойошторола. Форум барышында республика райондарынан форумға килгән талантлы ижади балалар, мәктәп уҡыусылары менән осрашыу ҡаралған.

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев бидәләүенсә, бындай медиафорум – тәжрибә, һөнәри оҫталыҡ менән уртаҡлашыу урыны һәм яңы кейстар өйрәнеү өсөн шәп мөмкинлек.

- Беҙ Рәсәй кимәлендәге иң яҡшы медиаэксперттарҙы бер майҙанға йыйырға тырыштыҡ. Журналистар менән берлектә эшләүҙән яҡшы һөҙөмтәләр көтәм – форум республикабыҙ медиа-берләшмәһе өсөн идеялар һәм ижад генераторы булырға тейеш, - тине Максим Владимирович һәм форумда ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эш  теләне.

Автор фотолары.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: