Ауылдарҙа хәҙер элекке кеүек түгел, йәшәү өсөн уңайлы шарттар бар. Газы ла, һыуы ла, башҡа уңайлыҡтары ла көйләнгән. Шуға хәҙер күптәр тыуған ерендә төпләнеүҙе хуп күрә. Ә инде төрлө программаларҙа ҡатнашыу ауылды төҙөкләндереүгә булышлыҡ итә.
Ишембай районының Байғужа ауыл Советына ҡараған ауылдар “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһынан уңышлы файҙалана. Былтыр ошо конкурстан үтеп, улар яңы һыу йыйыу башняһын урынлаштырыуға өлгәшә. Элеккеһе иҫкереү сәбәпле, һыу менән тәьмин итеүҙә күп мәшәҡәт килеп тыуа. Яңыһын ҡуйыу мәсьәләне хәл итер, тигән ышаныста ауыл халҡы.
– Әле монтажлау эштәре тамамланыу алдында. Яңы һыу йыйыу башняһы 200-ҙән ашыу йортто һыу менән тәьмин итәсәк. Бөгөн Байғужала 525 кеше йәшәй. Шулай ҙа башҡараһы эштәр бар әле. Байғужала һыу үткәргестәр иҫкергән, шуларҙы алмаштырыу бурысы тора. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы һөҙөмтәһендә ауылдарҙағы ошондай проблемалар хәл ителә. Халыҡ та унда ҡатнашырға теләк белдерә, – тине Байғужа ауыл Советы хакимиәте башлығы Салауат Йосопов.
Әйткәндәй, был ауыл Советына ете ауыл ҡарай. Программа улар өсөн ят түгел. Мәҫәлән, 2018 йылда уның ярҙамында Кинйәбулат ауылында мәҙәниәт йорто ремонтланған, 2019 йылда Ҡашалаҡбашта юл төҙөкләндерелгән. Быйыл ошо программала Оло Байыҡ ауылында йәшәүселәр ҡатнашырға ҡарар иткән. Улар юлдарын төҙөкләндереү маҡсатын ҡуйған.
Һыу, газ, юлдар – һәр заманда ла халыҡтың көнкүреш уңайлылығын тәьмин иткән мәсьәләләр булды. Улар даими иғтибарҙы талап итә. Ауылда яңы йорттар, яңы урамдар барлыҡҡа килеүе был бурыстарҙы тағы ла арттыра. 2018 йылдан алып граждандарҙың льготалы категорияларына бушлай ер биләмәләре биреү ҙә ауылдың үҫеүенә, йәштәрҙең ауылда төпләнеүенә этәргес бирә. Әле Кинйәбулатта һәм Байғужала ошо рәүешле 36 ер майҙаны бүленгән. Яңы биләмәлә хәстәрле хужалар яңы йорттар һала. Шунда уҡ башҡа уңайлыҡтар ҙа хәстәрләнә. Күптән түгел Кинйәбулатта 450 метр оҙонлоғонда урамдарға электр үткәргестәр һуҙылған, яңы трансформатор ҡуйылған. Ошо уҡ ауылда ете урамға газ үткәргестәр һалыныуы ла халыҡ өсөн хәҙерге заман уңайлыҡтарын тыуҙырырға ярҙам итә.
Кинйәбулатта әлеге көндә тағы ла бер ҙур эш ҡуҙғатылып тора. Мәктәп бинаһында капиталь ремонт бара. Яҡынса биш мең квадрат метр майҙанды ремонтлау ҙур көс талап итәсәк. Ҡыйығын алмаштырыуҙан башлап эске биҙәү эштәре, һыу, йылытыу системаһы, электр үткәргестәр тулыһынса алмаштырыласаҡ, яңы тәҙрә-ишектәр ҡуйыласаҡ. Мәктәп кенә түгел, ошо уҡ бинала интернат та урынлашҡан. Был иһә эш күләмен тағы ла арттыра.
– Капиталь ремонт эштәрен август аҙаҡтарына тулыһынса тамамлау планлаштырыла. Тәүге маҡсат – ҡыйығын яңыртып ябыу, – ти ремонт эштәрен алып барыусы “Вавилон” төҙөлөш компанияһы мастеры Вадим Вәхитов.
Мәктәп ремонтланғанға ҡәҙәр уҡыусылар ваҡытлыса Байғужа мәктәбенә күсерелгән.
Йәй үтер ҙә китер. Яңы төҫ алған Кинйәбулат мәктәбе лә үҙ ишектәрен асыр. Ауылдың йөҙө булған учреждениелар иғтибар үҙәгендә торорға тейеш тә. Былтыр ғына ошо ауылда балалар баҡсаһының ҡыйығы алмаштырылған булған.
Ауылдағы уңайлыҡтар йәштәрҙе лә үҙенә тарта. Байғужаға юл төшкәндә, ауылда ҙур йорт һалып, бына тигән итеп донъя көткән Гөлнара менән Юрис Сәхибгәрәевтәрҙе лә күреп сыҡтыҡ. Ғаилә башлығының төҙөлөш эштәренә оҫталығы йорт-ихатаһында ла сағыла. Тулыһынса үҙ ҡулдары менән сынъяһау итеп ҡорған ул донъяһын. Беҙ барғанда ғаилә башлығы эштә булып сыҡты, йорт хужабикәһе ҡаршы алды.
Гөлнара менән Юрис 25 йыл бергә ғүмер итә. Ике бала тәрбиәләйҙәр. Улар ҡалала 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем ала.
– Ата-әсәйҙәр ҙә ауылдыҡы булғас, ер эшенә бала саҡтан өйрәнгәнбеҙ. Шуға тормош иптәшем менән ауылда төпләнергә тигән ҡарарыбыҙ уртаҡ булды. Ҡалаға ҡунаҡҡа барғанда ла оҙаҡ тора алмайбыҙ, тын етмәй башлай. Шуға иң яҡшыһы – ауылда, тип уйлайбыҙ. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотабыҙ. Үҙебеҙҙән артҡан һөт ризыҡтарын һатып та файҙаһын күрәбеҙ. Ауылыбыҙ шул тиклем матур. Газ, һыу кеүек бөтә уңайлыҡтар өйҙә, бер ҙә ҡаланан кәм түгел. Ауыл халҡы ла һәйбәт, мал тотам тиһәң дә уңайлы беҙҙә, – тип тормошонан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе Гөлнара Сәхибгәрәева.
Төҙөк, матур ауылдар – ошо төйәктә йәшәүселәрҙең көнитмешен сағылдыра. Байғужа ауылының исеме киләсәктә лә есеменә тап килеп торһон – тыуған ерҙәренең ысын хужалары булып бай йәшәһендәр.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Ишембай районы.