Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция бәйләнеше аша Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәргән граждандарҙы ҡабул итеү сараһында ҡатнашты.
Ил Президенты Владимир Путиндың ҡабул итеү бүлмәһенә килгән мөрәжәғәттәрҙең береһе Баймаҡта балалар поликлиникаһын төҙөүгә һәм йыһазландырыуға ҡағыла. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында балалар консультацияһы эшләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, яңы поликлиниканы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөйҙәр. Өс ҡатлы бинаның майҙаны 5,8 мең квадрат метр буласаҡ.
Билдәле булыуынса, 2022 йылдың майында төбәк етәксеһе Баймаҡ районына эш сәфәре барышында төҙөлөш майҙансығында булды һәм объекттағы эш барышы менән танышты.
– Беҙ Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөү тураһындағы ҡарарҙы бер йыл элек ҡабул иттек. Ҡалала табиптар коллективы тәжрибәле, әммә уларҙың эш һәм йәш пациенттарҙы ҡабул итеү шарттары яҡшыртыуҙы талап итә. 2023 йылдың мартында яңы бинаны асыу менән медицина хеҙмәте һәр кем файҙалана алырлыҡ буласаҡ, сифаты яҡшырасаҡ. Поликлиника бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, уларҙың бер өлөшөн алғанбыҙ, – тине Радий Хәбиров ҡабул итеү ваҡытында.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.