Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2022, 11:00

Бетерәлә - Урман һабантуйы!

Баймаҡ районының Бетерә ауылында ағалы-ҡустылы Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар тәүге тапҡыр Урман һабантуйы үткәрә.

Бетерәлә  -  Урман һабантуйы!
Бетерәлә - Урман һабантуйы!

Баймаҡ районы эшҡыуарҙары Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар оҙаҡ йылдар ағас эшкәртеү буйынса шөғөлләнә. Улар етештергән әйберҙәр сит илдәргә һатыла, ағасты тәрәндән эшкәртеү цехында заман талаптарына яуап биргән евровагонкаларҙан алып йорт төҙөү өсөн бөтә әйберҙәр эшләнелә.

Эшҡыуарҙар тарафынан тәүге тапҡыр 11 июнь көнө сәғәт 10-да Баймаҡ районы Бетерә ауылында Урман һабантуйы үтәсәк. Тәүге тапҡыр булыуына ҡарамаҫтан, программа бик бай һм ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Теләүселәр ағас йығыу, ағас ултыртыу, балта һаплау, таҡта йышыу, ағастан төрлө һындар эшләү буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнаша ала. шулай уҡ тракторҙар ярышы, батырҙар ярышы (гонка героев), ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға төрлө мауыҡтырғыс уйындар ҡаралған.
Иң мөһиме - еңеүселәрга ҡыйбатлы бүләктәр әҙерләнгән.


Урман һабантуйына үҙҙәренең моңло күстәнәстәре менән Башҡортостандың популяр йырсылары - Рөстәм Ғиззәтуллин, Әлиә Исҡужина, Заһир Зәйнетдин, Заһир Иҫәнсурин, Илгиз Абдрахмановтың килеүе көтөлә.

Йәмле тәбиғәт ҡосағында үтәсәк Урман һабантуйынан һин дә ситтә ҡалма, кил, күр һәм ҡатнаш!

Фото: lidanews.by

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в