Бөгөн “Медиайыйын” форумында һанлы журналистикаға ҙур иғтибар бүленде. “Һанлы медиа” секцияһы ултырышында “Диалог” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының контентты алға ебәреү бүлегенең алдынғы белгесе Мария Шильникова “Телеграм”да эш” темаһы буйынса сығыш яһаны.
Шулай итеп, февраль аҙағы, март баштарында “Телеграм” ҙур билдәлелек яулай башланы. Ҡайһы бер социаль селтәрҙәрҙең илдән китеүе сәбәпле килеп сыҡты был. Эйе, был мессенджер электән дә бар ине, тик һуңғы айҙарҙа ғына ул ҙур үҫеш кисерҙе.
Марина Шильникова белдереүенсә, марттан алып 40 миллион самаһы яңы ҡулланыусы килгән, ун меңдән ашыу яңы канал булдырылған. Әгәр “Телеграм”ды өйрәнһәң, уның өҫтөнлөклө яҡтары бик күп. Ғөмүмән, бындағы төп аудитория – өлгөрөп еткән, сәйәсәт, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынғандар. Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ир-ат бында күберәк. Һәр кем үҙенең күңеленә яҡын канал таба ала: сәйәсәт, юмор, мода, берәй тематика буйынса һүрәттәр, видеояҙмалар, белем биреү каналдары, күңел асыу һәм башҡалар.
Ҡағиҙә булараҡ, “Телеграм”дың аудиторияһы бик әүҙем. Әгәр һеҙгә кире бәйләнеш кәрәк икән, комментарийҙарҙы асырға мөмкин. Унда төрлө смайлдар, реакция ҡалдырырға була. Был мессенджерҙың тағы бер өҫтөнлөгө – уны приват итергә мөмкин. Тимәк, әгәр теләгегеҙ бар икән, уҡыусыларығыҙ һеҙҙең кем икәнде лә белмәйәсәк.
Телеграм-каналды алып барыу өсөн был мессенджерҙы бер аҙ өйрәнергә кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, бер өйрәнеп алһағыҙ, күп уҡыусылар йәлеп итеп, ҡыҙыҡлы контент алып барырға мөмкин.
Фото: Резеда Шәнгәрәева.