Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь , 16:00

Халыҡ ҡайҙа - журналистар шунда

Ә һеҙ социаль селтәрҙәргә йыш инәһегеҙме? 

Халыҡ ҡайҙа - журналистар шунда
Халыҡ ҡайҙа - журналистар шунда

Бөгөн социаль селтәрҙәрһеҙ тормошто күҙ алдына килтереп булмай. Бәләкәйенән алып ҙурына тиклем уларҙа. Журналистарға ла үҙҙәренең мәғлүмәтен халыҡҡа таратыр өсөн социаль селтәрҙәргә күсергә һәм бында әүҙем эш башларға тура килде.

Бөгөн “Медиайыйын” матбуғат саралары форумында һанлы журналистика тураһында ҙур һөйләшеү булды. “Һанлы медиа” секцияһы ултырышында “Диалог” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының дәүләт пабликтарын үҫтереү бүлегенең алдынғы белгесе Алена Волкова сығыш яһап, “Киң матбуғат сараларының пабликтары: алға ебәреү һәм популярлаштырыу инструменттары” темаһына сығыш яһаны.

Уның белдереүенсә, социаль селтәрҙәрҙә эшләү мотлаҡ. Шунһыҙ сайттарҙы алға ебәреү мөмкин түгел. Һуңғы ваҡиғаларға бәйле, илебеҙҙә ҡайһы бер социаль селтәрҙәр китте. Һүҙ Рәсәйҙә тыйылған “Мета” ойошмаһы продукттары тураһында бара. Был хәлдәрҙән һуң “Телеграм” менән “Бәйләнештә” ҙур популярлыҡ яуланы. “Телеграм” менән файҙаланыу 25 проценттан 34 процентҡа еткән, “Бәйләнештә” 38-ҙән 41 процентҡа тиклем. “Класташтар” аудиторияһы шул килеш ҡалған. “Инстаграм” (Рәсәйҙә тыйылған) 32-нән 12 процентҡа тиклем, “Фейсбук” 8-ҙән ике процентҡа тиклем кәмегән. Хәҙер эштәр ҡалған селтәрҙәрҙә әүҙем бара.

Алена Волкова уҡыусыларҙы йәлеп итер өсөн нисек эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләне. Нисек кенә булмаһын, матбуғат сараларына халыҡҡа яҡын булырға, социаль селтәрҙәр аша улар менән аралашырға, кире бәйләнеш булдырырға, конкурстар ойошторорға, ҡыҙыҡлы фотолар һәм видеояҙмалар ҡуйырға кәрәк.

Фото: Резеда Шәнгәрәева. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в