Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2022, 21:30

Хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

“Медиайыйын”да тәбрикләнгәндәр араһында “Башҡортостан” гәзитенән йәнә ике журналист бар.

Хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

“Медиайыйын” республика киң мәғлүмәт саралары форумы кис йомғаҡлау ултырышы менән тамамланды. Унда артабан эшләү өсөн аныҡ маҡсаттар билдәләнде, тос фекерҙәр, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны.

Журналистың эше тынғыһыҙ. Уға ял да, байрам да күп ваҡыт эләкмәй. Һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәүгә улар өйрәнеп тә бөткән. Хеҙмәтеңде күрһәләр, баһалаһалар, эшкә дәрт, көс-ҡеүәт тағы ла арта. Байрам аҙағында ошо һөнәр эйәләренән бер төркөм тәбрикләнде. Республика кимәлендәге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгәндәр араһында үткер ҡәләмле хеҙмәттәштәребеҙ - Әлфиә Минғәлиева менән Гүзәлиә Балтабаева ла бар. Көнүҙәк темаға төплө мәҡәләләре, мәғлүмәтте гәзит уҡыусыларға тиҙ арала еткерә белеүҙәре менән өлгө улар.

Хеҙмәттәштәребеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы бейеклектәр теләйбеҙ!

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: