Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2022, 12:45

Хеҙмәттәштәребеҙгә - наградалар

Бүләкләнеүселәр араһында баш мөхәрриребеҙ, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов та бар. Уны ихлас ҡотлайбыҙ!

Хеҙмәттәштәребеҙгә - наградалар
Хеҙмәттәштәребеҙгә - наградалар

Бөгөн “Торатау” Конгресс-холында “Медиайыйын” матбуғат саралары форумы бара. Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Сәләмләү һүҙенән һуң ул республикабыҙҙың алдынғы журналистарына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.

Шуныһы ҡыуаныслы, бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов та бар. Уға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. Уны лайыҡлы наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы кәңәшсеһе Зөлфиә Рәхмәтуллина менән Мәләүез районының “Путь Октября” гәзите хеҙмәткәре Наталья Дмитриева наградланды.

“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеменә “Вечерняя Уфа” гәзите корректоры Элина Голова, “Октябрьский нефтяник” гәзите хәбәрсеһе Елена Коченкова, “Китап” нәшриәт йортоноң бүлек мөдире Гөлсәсәк Раянова, “Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Гүзәл Ситдиҡова, “Өмет” гәзите хәбәрсеһе Руфина Тазеева, “Спутник ФМ” радиоһының баш продюсеры Трофим Татарников, Дүртөйлө мәғлүмәт үҙәгенең дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары Илдус Тимерханов, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто предприятиеһының кадрҙар бүлеге начальнигы Миңленәзирә Хәҙиуллина, “Ҡалтасы телевидениеһы” директоры Дамир Хузин, Асҡын районының “Ышаныч” гәзите мөхәррире урынбаҫары Миләүшә Хөсәйенова лайыҡ булды.

“Башҡортостан Республикаһы IT-индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре” исемен “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының баш инженеры Филүс Ҡунафин алды.

Шулай уҡ бер төркөм журналистар Башҡортостан Башлығы Рәхмәтенә лайыҡ булды. Улар араһында “Комсомольская правда-Уфа” баҫмаһының баш мөхәррире Рөстәм Ахунов, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”  нәшриәтенең алдынғы мөхәррире Фирдина Зиннәтуллина, “Аргументы и факты Башкортостана” хәбәрсеһе Альбина Зубарева, “Сибайский рабочий” гәзите хәбәрсеһе Гөлсинә Кейекбаева, “Татышлинский вестник” гәзитенең баш мөхәррире Рәфит Фәйзрахманов бар.  

Хеҙмәткәрҙәребеҙҙе лайыҡлы наградалары менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ.

Динар Кәлимуллин фотолары. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в