Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларының “Медиайыйын”ы бара.
Пленар ултырыштан һуң форум үҙ эшен оҫталыҡ дәрестәрендә, йәғни секцияларҙа дауам итте. “Медиапатриотизм” секцияһында ҡатнашыусылар бөгөнгө көндөң иң көнүҙәк, мөһим темаларының береһе булған илһөйәрлек рухы, киң мәғлүмәт саралары аша ошо изге ҡиммәтте тәрбиәләү алымдары тураһында һүҙ алып барҙы. Һөйләшеү “Медиа-геройҙар: тарих һәм бөгөнгө заман. Яңы исемдәр, ваҡиғалар һәм киң мәғлүмәт сараларының роле”нә бағышланды.
Оҫталыҡ дәресенең эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығының матбуғат секретары Алена Алексеева ҡатнашты.
Азат Бадранов секцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уңышлы, һөҙөмтәле эш теләне. Ул, бөгөнгө шарттарҙа журналистиканың төп принциптары дөрөҫлөккә, ихласлыҡҡа һәм асыҡлыҡҡа таянырға тейеш, тип билдәләне.
Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығының матбуғат секретары Алена Алексееваның сығышы йөкмәткеле булыуы менән рәттән, ваҡиғаларҙы үҙ күҙе менән күргән кеше исеменән бәйән ителеүе менән ҡиммәт булды.
- Бынан һигеҙ йыл элек беҙҙең журналистар икегә бүленде, хәл-торош үҙгәрә башланғас, патриоттар тыуған республикаһында ҡалды, ә башҡалар Киевҡа китеүҙе хуп күрҙе. Әлеге ваҡытта Донецк Халыҡ республикаһында 18 гәзит донъя күрә, уларҙың өсәүһе – республика, бишәүһе – төбәк, ҡалғандары урындағы баҫмалар. Алты радиостанция эшләй. Азат ителгән биләмәләрҙә яңы матбуғат баҫмалары ойоштороу өҫтөндә эшләйбеҙ. Шулай уҡ власть органдарының, йәмәғәт ойошмаларының, матбуғат баҫмаларының интернет аккаунттары, сайттары ла эшләй. Әммә бөгөнгө ваҡиғалар баҫма матбуғаттың мөһимлеген, кәрәклеген айырыуса асыҡ күрһәтте. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Мариуполдә бөтөнләй электр уты юҡ, шуға күрә асыҡ, дөрөҫ мәғлүмәт таратыу сараһы булып баҫма матбуғат – гәзиттәр ҡала.
Әле беҙгә асыҡ һәм ҡыйыу рәүештә Рәсәй килде. Иҫ киткес ҙур ярҙам тоябыҙ. Мәғлүмәт ағымы ла бик ҙур. Гуманитар ярҙам ылауҙары, табиптар, эшселәр килә. Быларҙың барыһын да ваҡытында яҡтыртып барырға тырышабыҙ. Һәм беҙ Рәсәй менән мәңгегә бергә буласаҡбыҙ тип ышанабыҙ, - тине сығышында Алена Александровна.
Секция эшендә ҡатнашҡан журналистар, баш мөхәррирҙәр, яуаплы секретарҙар Донецк ҡунағына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Мәҫәлән, “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Донбасста балалар матбуғатының торошо менән ҡыҙыҡһынды. “Үкенескә ҡаршы, әлегә беҙҙә бер генә балалар баҫмаһы ла донъя күрмәй. “Умка” исемле журналыбыҙ бар ине, ул нәшер ителеүҙән туҡтаны. Шулай ҙа балалар ойошмалары эшләй, шуға күрә балалар матбуғатын тергеҙеү йәһәтенән дә эштәр башланыр тигән өмөттәбеҙ”, - тине Алена Алексеева. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов был йәһәттән “Аҡбуҙат” балалар журналы, Башҡортостан Журналистар союзы менән берлектә проект эшләү һәм уны тормошҡа ашырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
Автор фотоһы.