Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткәрелгән “Медиайыйын” киң мәғлүмәт саралары форумы сиктәрендә “Социаль селтәрҙә эшләү трендтары-2022: һөжүм итеүҙәр, кире күренештәр менән эшләү, республика тәжрибәһе. Медиаэтикет һәм һөнәри тотош: беренсе кешеләр, киң мәғлүмәт саралары һөнәрендә етәкселәр. Заман сторителлингы йәки власть органдары тураһында ҡыҙыҡлы контентты әҙерләү” секцияһы эшен Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская алып барҙы.
Секция эшендә көнүҙәк темалар, шул иҫәптән Башҡортостандың Республикаға идара итеү эше һәм башҡалар ҡаралды. Мәҫәлән, заман өсөн хас фейктар, уларҙы нисек таныу хаҡында һөйләшеү булды. Фаст-тректарҙы таныу, республикала йәшәүселәрҙең тәьҫир итеүе һ.б. мәсьәләләр күтәрелде.
Елена Прочаковская социаль селтәргә аналитика хаҡында ла әйтеп үтте. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы, Белорет районы, Октябрьский ҡалаһының социаль селтәрҙәге сәхифәһен күптәр ҡарай, урындағы эштәр, яңылыҡтар менән танышып бара.
- Ябай һәм аңлайышлы итеп яҙырға кәрәк, - тине Елена Анатольевна. – Бөгөн һәм хәҙер – кәрәк булғанда, шуға телефондан төшөрөлгән фотолар һәм видеолар ҙа файҙаланыла.
Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре Әлиә Ишембаева, Ильяс Сәғитов, Радик Гәрәев, Нина Әхмәҙинурова һәм башҡалар секция эшендә ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы контентты нисек әҙерләү хаҡында һөйләне.
Автор фотолары.