Балаларҙың күңеленә ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән һеңдереп үҫтереү – юлдағы төрлө фажиғәләрҙе булдырмауҙың көслө алымы.
Раевка ҡасабаһындағы Үҙәк паркта балалар өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү майҙансығы беҙҙең дә иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Төҫтәре янып торған бәләкәй светофор, төрлө юл билдәләре – барыһы ла майҙансыҡта урын алған. Сабыйҙарға ҙур юлға сыҡмай ғына иркенләп ҡағиҙәләрҙе өйрәнергә була. Ҡасабаның 2-се балалар баҡсаһы малайҙарын һәм ҡыҙҙарын да шунда шөғөлләнгәндә тап иттек.
– Бөгөн бында өсөнсөгә килдек. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен балалар баҡсаһында ла өйрәнәбеҙ. Бында белемде ғәмәлдә нығытып ҡуябыҙ. Балаларға бигерәк тә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу оҡшай. Уларҙың һөйләгәндәрен яратып тыңлайҙар. Юл аша нисек дөрөҫ сығырға, ҡайһы билдә нимәне аңлата – быларҙың барыһы тураһында ла һөйләйбеҙ, – тине 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвира Мәжитова.
Мәғариф бүлегенең методика кабинеты етәксеһе Надежда Кәримова әйтеүенсә, бында балалар баҡсаларынан ғына килмәйҙәр, мәктәп уҡыусылары ла йыш була.
– Юл ҡағиҙәләре тураһында белем балаларға конкурстарҙа ҡатнашҡанда ла ярҙам итә. Улар йыл һайын мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика конкурсында ҡатнаша. Тәүҙә муниципаль этапта белемдәрен һынайҙар, еңеүселәр республика кимәленә юллана, – тине Надежда Александровна.
Бәләкәстәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары көслө. Был юлы ла улар тәрбиәселәрен әллә күпме һорауҙарға күмеп ташланы. Тап ошо бәләкәй генә майҙансыҡта алған белемдәре, йылдар үткәс, ҙур юлда йөрөгәндә лә хәүефһеҙлекте үтәргә, юл ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа кәрәклеге тураһында иҫкәртеп торһон ине.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Әлшәй районы.