Йәмғиәт
7 Июнь 2022, 12:00

Юлдаш Йосопов: “Беҙ тарихи тәжрибәгә таянырға тейешбеҙ”

"Милли тойғолар менән уйнауҙың нимәгә килтереүен яҡшы беләбеҙ һәм быға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ".

Юлдаш Йосопов: “Беҙ тарихи тәжрибәгә таянырға тейешбеҙ”Юлдаш Йосопов: “Беҙ тарихи тәжрибәгә таянырға тейешбеҙ”
Юлдаш Йосопов: “Беҙ тарихи тәжрибәгә таянырға тейешбеҙ”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, тарихсы Юлдаш Йосопов Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының “Медиайыйын”ында сығыш яһап, бөгөн журналистика тармағы алдында торған мөһим мәсьәләләргә һәм көнүҙәк бурыстарға туҡталды.

– Бөгөн тотош донъя һәм цивилизация һәм шул иҫәптән илебеҙ ҙә яңы талаптар, яңы мөнәсәбәттәр алдында тора. Ошондай шарттарҙа беҙ тарихи тәжрибәгә таянырға тейешбеҙ. Бында халыҡтың, илдең һәм шул уҡ ваҡытта һәр беребеҙҙең шәхсән тәжрибәһе лә күҙ уңында тотола.

Хәтерегеҙҙәлер, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында йәмғиәтебеҙҙең, дәүләт ҡоролошоноң тарҡалыуы ниндәй эҙемтәләргә килтерҙе. Ил эсендә лә, союздаш дәүләттәрҙә ҙә халыҡ-ара, милләт-ара ҡаршылыҡтар ҡырҡыулашты, эш хатта ҡанлы бәрелештәргә барып етте. Милли мәсьәләләр, дини тойғолар менән уйнау артты. Үкенескә ҡаршы, ул саҡтағы йәмғиәт быларға ҡаршы тора алманы.

Бөгөн беҙ тарихыбыҙҙан һабаҡ алып, шул тәжрибәне ыңғай йүнәлештә ҡулланырға тейешбеҙ, сөнки ул саҡтағы хәл-ваҡиғаларға үҙебеҙ шаһит булдыҡ. Милли тойғолар менән уйнауҙың нимәгә килтереүен яҡшы беләбеҙ һәм быға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Ошондай шарттарҙа киң мәғлүмәт сараларының иң төп бурыстарының береһе – тыуған илең алдында яуаплылыҡ, уның именлеген хәстәрләү, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, тигән фекерҙәмен, – тип билдәләне Юлдаш Мөхәммәт улы. 

Фото: “Медиайыйын” төркөмө.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас