Бөрйән ҡатындары хәйләкәр төлкөнө нисек уҡытҡан?
Яҙыусы, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова социаль селтәрҙә ҡыҙыҡлы яҙма менән уртаҡлашты.
“Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылы апайҙары һөйләүенсә, ауылдарына төлкө өйөрө (ғаиләһе) эйәләшеп алған да, ҡош-ҡортҡа үрсергә бирмәй икән. Таң атыуға йә был, йә теге хужалыҡтың тауыҡтарына төшә. Эт тә, тоҙаҡ та ҡотҡара алмай. Төлкөнө бушҡа төлкө тимәгәндәрҙер инде шул, бөтөн хәйләнән дә хәйләкәрерәк, ти, үҙе. Шулай ҡаңғырғанда, бер йомро баш апай юлын тапҡан: аҙбарҙары яғына радио һуҙҙыртҡан да, төн төшөүгә “Юлдаш”ты тоҡандырып ҡуя ла, иртәнсәккә һүндерә икән. Төлкөләр: “ныу был тауыҡтар, йоҡламай бит, төнө буйы геүләшеп-йырлашып байрам итәләр” тип, яҡынлай алмай йөрөйҙәр микән?” – тип яҙҙы ул.
Ысынлап та, хәтәр шәп ысул уйлап тапҡан бит Бөрйән апайы!
Фото: zooclub.ru