Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2022, 21:00

"Геройҙарға мәңгелек дан!"

Башҡортостан менән Донбасс араһында бәйләнештәр нығый.

"Геройҙарға мәңгелек дан!"
"Геройҙарға мәңгелек дан!"

8 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Луганск Халыҡ Республикаһы Башлығы Леонид Пасечник ике аралағы хеҙмәттәшлеккә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Леонид Пасечник идара итеү командаһына һәм Башҡортостанда йәшәүселәргә зыян күргән биләмәләрҙе тергеҙеүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Рәсәй Федерацияһы төбәктәре ҡалаларыбыҙға һәм райондарыбыҙға шефлыҡ итә. Башҡортостан тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулын һуҙҙы. Красный Ключ ҡалаһына булышлыҡ итә башланығыҙ, - тине Леонид Пасечник. – Беҙ бергәләп инфраструктураны, емерелгән торлаҡты, социаль объекттарҙы тергеҙербеҙ, кешеләргә нормаль тормошҡа ҡайтырға ярҙам итербеҙ тип ышанам.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганскиҙа йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеүҙең дауам итәсәге, иҡтисадта, социаль өлкәлә хеҙмәттәшлектең үҫтереләсәге хаҡында әйтте.

- Башҡортостан менән Донбасс халыҡтары дуҫлығының тарихи тамырҙары бар. Олатайҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында Луганск ерен һаҡлаған, бөгөн милләтселеккә ҡаршы көрәшәбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ҙур иғтибарҙы Красный Лучҡа ярҙам итеүгә бүләбеҙ, унда байтаҡ белгестәрҙе ебәрҙек. Улар бында йәшәүселәргә ярҙам итәсәк, төрлө объекттарҙы тергеҙәсәк. Бының өсөн гуманитар колонна составында Луганскиға асфальт заводын, төҙөлөш техникаһын, медицина ҡорамалдарын килтерҙек. Эште урында Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов алып бара.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Луганск балаларын - сәләмәтләндереү лагерҙарында ял итеү, ә хәрбиҙәрҙе реабилитациялау өсөн республика шифаханаларына ҡабул итергә әҙер булыуыбыҙ хаҡында белдерҙе.

Радий Хәбиров 2022 йылдың икенсе яртыһында Башҡортостандың Луганскиға сәнәғәттә, ауыл хужалығында, иҡтисадтың башҡа өлкәләрендә берҙәм проекттар пулын формалаштырыу өсөн бизнес-миссия йүнәлтергә планлаштырыуы хаҡында әйтте.

Луганск Халыҡ Республикаһы Башлығы Леонид Пасечник менән осрашҡандан һуң Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһы составында Луганск үҙәгендәге Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә мемориалға сәскәләр һалды.

“Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә мәңгелек дан. Геройҙарға мәңгелек дан! Бөгөн уларҙың эшен дауам иткәндәр, ерҙә тыныслыҡты һаҡлағандар менән ғорурланабыҙ”, - тип яҙҙы аҙаҡ социаль селтәрҙәрҙә Радий Фәрит улы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты, https://vk.com/radiyhabirov

"Геройҙарға мәңгелек дан!"
"Геройҙарға мәңгелек дан!"
"Геройҙарға мәңгелек дан!"
"Геройҙарға мәңгелек дан!"
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в