Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2022, 21:30

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Килешеү Красный Ключҡа ярҙам күрһәтеүҙе, иҡтисадта, социаль өлкәлә күп яҡлы хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота.

Килешеүгә ҡул ҡуйылды
Килешеүгә ҡул ҡуйылды

8 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганск Халыҡ Республикаһында Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко менән осрашты. Көн ҡаҙағында – төбәк яғынан адреслы ярҙам күрһәтеү һәм шефлыҡ бәйләнештәрен үҫтереү.

Сергей Рыбальченко Башҡортостан етәкселегенә дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек, Луганскиҙың үҫешендә ҡатнашҡан, емерелгән инфраструктураны тергеҙгән өсөн рәхмәт белдерҙе. 

Башҡортостан Башлығы ҡала хакимиәтенә республика делегацияһын йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙы, инженер селтәрҙәрен, юл хужалығын тергеҙеүҙе үҙ-ара эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тип атаны.

- Красный Луч ҡалаһына – шефҡа алынған биләмәгә - адреслы ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Алда эшебеҙ күп, - тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ гуманитар ярҙам ебәреүҙе дауам итәбеҙ. Һәм урындағы кешеләрҙең нимәгә нығыраҡ мохтаж икәнен хәбәр итеүҙе һорайбыҙ. Башҡортостан Башлығы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты, хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Луганск Халыҡ Республикаһы Халыҡ советы депутаты Зинаида Наден Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды, Башҡортостандың Маҡтау грамоталары Луганск Халыҡ советы депутаты Сергей Серовҡа һәм Петровское ҡалаһындағы Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп директоры Гөлназ Сероваға тапшырылды.

Осрашыу аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Красный Луч хакимиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа ҡултамғаларҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм ҡала хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко ҡуйҙы. Килешеү Красный Ключҡа ярҙам күрһәтеүҙе, иҡтисадта, социаль өлкәлә күп яҡлы хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в