Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2022, 20:30

Луганск Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлек нығый

Радий Хәбиров һәм Леонид Пасечник кәңәшмә үткәрҙе.

Луганск Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлек нығый
Луганск Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлек нығый

Бөгөн Луганскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Луганск Халыҡ Республикаһы Башлығы Леонид Пасечник ике республика араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләлре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Леонид Пасечник Башҡортостандың идара итеү командаһына һәм республика халҡына зыян күргән биләмәләрҙе төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.

“Рәсәй Федерацияһы төбәктәре беҙҙең ҡала һәм райондарҙы шефлыҡҡа ала. Башҡортостан тәүгеләрҙән булып беҙгә ярҙам ҡулын һуҙҙы. Һеҙ Красный Луч ҡалаһына ярҙам итә башланығыҙ, – тине ул. – Бергәләп инфраструктураны, емерелгән торлаҡты һәм социаль объекттарҙы тиҙерәк тергеҙербеҙ, кешеләргә ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам итербеҙ, тип ышанам.

Башҡортостан Башлығы, республика Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына ярҙам күрһәтеүҙе, иҡтисадта һәм социаль өлкәлә хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе дауам итәсәк, тип белдерҙе.

“Башҡортостан менән Донбасс халыҡтарының дуҫлығы тарихи тамырҙарға эйә. Атай-олатайҙарыбыҙ иңгә-иң терәшеп Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Луганск ерен һаҡлаған, ә бөгөн беҙ бергәләп нацизмға ҡаршы көрәшәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Красный Лучҡа булышлыҡ итеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ һәм һеҙгә бик күп белгестәрҙе – табиптарҙы, төҙөүселәрҙе ебәрҙек. Улар халыҡҡа, төрлө объекттарҙы тергеҙергә ярҙам итәсәк. Бының өсөн гуманитар колонналар составында Луганск Халыҡ Республикаһына асфальт заводын, төҙөлөш техникаһын, медицина ҡорамалдарын алып килдек. Был эште урында Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов көйләй".

Республика Башлығы әйтеүенсә, Башҡортостан Луганс балаларын – һауыҡтырыу лагерҙарында ял итеү, ә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе шифаханаларҙа реабилитация үтеү өсөн ҡабул итергә әҙер. Ул шулай уҡ 2022 йылдың икенсе яртыһында Башҡортостандың Луганск Халыҡ Республикаһына сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм иҡтисадтың башҡа тармаҡтарында берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә индереү өсөн бизнес-миссия ойоштороуҙы планлаштырыу тураһында һөйләне.

Луганск Халыҡ Республикаһы Башлығы Леонид Пасечник менән осрашыуҙан һуң Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһы ағзалары менән Луганск үҙәгендәге Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә асылған мемориалға сәскә һалды.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в