Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2022, 22:15

Онотолған ауылға һуҡмаҡ...

“Атайсал” проекты сиктәрендә юҡҡа сыҡҡан ауыл урынына стела ҡуйылған.

Онотолған ауылға һуҡмаҡ...
Онотолған ауылға һуҡмаҡ...

Стәрлебаш районының Һөлөклө Күл ауылын 1929 йылда Ҡарағош ауылы кешеләре ойошторған. Был биләмәгә күсеп ултырыуҙың төп сәбәбе – йәшәү өсөн уңайлы урын.

Эргәлә Күндерәк йылғаһы аға, Ҡырын атамалы шишмә урғыла. Был шишмә һыуҙарынан аҫта күл барлыҡҡа килгән, һуңынан уны Һөлөклө күл тип атағандар, сөнки унда һөлөктәр йәшәгән. Ауылға ла Һөлөклө Күл тип исем ҡушҡандар. Ауылдың төп халҡы Заһиҙуллиндар, Кирәевтәр, Биктимеровтар, Туҡтаровтар, Мәҡсүтовтар, Сиражетдиновтар ғаиләләре булған.

ХХ быуаттың 50-60-сы йылдарында ауылда 200-гә яҡын кеше йәшәгән, магазин, башланғыс мәктәп эшләгән, машина-трактор оҫтаханаһы булған. 60-сы йылдар башынан илдә перспективаһыҙ ауылдарҙы бөтөрөү кампанияһы уҙғарылған. Һөҙөмтәлә ауыл халҡы яйлап Ҡарағош ауылына күсенгән. Һуңғы кешеләр 1972 йылда күсеп бөткән. Үрҙә һанап үтелгән ғаиләләрҙең нәҫелдәре паспорттарында тыуған ерҙәре “Һөлөклө Күл” тип яҙылған. Был ауылдың зыяраты һаҡланып ҡалған.

Иҫтәлекле стела ҡуйыу идеяһын ауыл биләмәһе Советы сессияһында әүҙемселәр һәм депутаттар, атап әйткәндә, ошо ауылда тыуып үҫкән Алег Ғәбдрәүеф улы Кирәев еткергән. Ауыл биләмәһе хакимиәте лә был башланғысты хуплаған. Алег Ғәбдрәүеф улы, стела ҡуйыу ғаилә тарихтарын һәм тамырҙарын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй. Бәләкәй ауылдың тарихы – халыҡтың тарихы, ул беҙҙең тамырҙарыбыҙ. Үткәнһеҙ бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡ. Тарихты хәтерҙә һаҡлау халыҡтың рухын, әхлағын юғалтмаҫҡа ярҙам итәсәк. Үҫеп килгән быуында ватансылыҡ һәм үҙенең бәләкәй Тыуған иле өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ ҡыласаҡ.

Төп ярҙам күрһәтеүселәр – район Советы депутаты Ә.А. Әхмәров, Кирәевтәр ғаиләһе. Шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте булышлыҡ иткән.

Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: