Социаль селтәрҙәрҙә уникаль видео йөрөй: яҙмаларҙан мәғлүм булыуынса, унда яҡынса үткән быуаттың 40-сы йылғы ваҡиғалары төшөрөлгән.
Талҡаҫ буйындағы йәйге лагерҙа бәләкәс балалар йырлай һәм бейей, бөтәһе лә шат, ихлас. Кадр артындағы тауыш: “Сталин хәстәре менән соналған башҡорт балалары бәхетле!” - тип билдәләй...
Тағы ла видеоны таратыусылар солист булараҡ бейегән малай - билдәле режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов тип тә яҙа. Бының ысынмы-бушмы икәнлеген, бәлки, белеүселәр барҙыр? Ғөмүмән, ошо видео, унда төшкән балалар яҙмышын белеүселәр булһа, комментарийҙарҙа яҙығыҙ, асыҡлайыҡ!
Фото: sun9-4.userapi.com