Йәмғиәт
8 Июнь 2022, 18:00

"Йөрәк ҡушыуы буйынса килгәндәргә рәхмәт!”

Радий Хәбиров: “Эргәмдә - Вадим Мулланур улы Ханов, Бөрө юл төҙөү-ремонтлау идаралығының Мишкә районы буйынса етәксеһе".

"Йөрәк ҡушыуы буйынса килгәндәргә рәхмәт!”"Йөрәк ҡушыуы буйынса килгәндәргә рәхмәт!”
"Йөрәк ҡушыуы буйынса килгәндәргә рәхмәт!”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Эргәмдә - Вадим Мулланур улы Ханов, Бөрө юл төҙөү-ремонтлау идаралығының Мишкә районы буйынса етәксеһе. Бында, Красный Лучта, ул хеҙмәт командировкаһында – “Башкиравтодор”ҙың 25 хеҙмәткәре иҫәбендә юлдарҙы тергеҙергә ярҙам итә.

Хәҙер юл эштәре тиҙерәк атҡарыласаҡ – бөгөн Башҡортостандан килтерелгән асфальт заводы эш башланы. Уны монтировкалаған ваҡытта соҡорҙарҙы ремонтлау менән шөғөлләндек – оҙаҡ йылдар был эш атҡарылмаған.

Донбасс еренә тыныслыҡ килер тип ышанам. Ә республикабыҙ ҡалаларҙы, ауылдарҙы ипкә килтерергә ярҙам итәсәк. Вадим Мулланур улына һәм бында йөрәк ҡушыуы буйынса килгәндәргә рәхмәт!” - тип яҙҙы республика етәксеһе.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас