Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2022, 20:30

200 ихата төҙөкләндереләсәк

Эштәр 1 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш тигән бурыс ҡуйыла.

200 ихата төҙөкләндереләсәк
200 ихата төҙөкләндереләсәк

Республикала киң танылыу яулаған “Башҡорт ихаталары” программаһы тормошҡа ашырылыуын дауам итә. 2022 йылға ошо маҡсатта бер миллиард һум бүленгән, уҙған йыл менән сағыштырғанда 300 миллионға күберәк.

Республика программаһы йәнә 200 ихатаны төҙөкләндереү мөмкинлеге бирәсәк. 2021 йылда 140 ихата яңыртылғайны. Программа республиканың бар ҡалаларында һәм ете муниципаль районында тормошҡа ашырыла. Эштәр башланған да инде.

Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһында алты күп ҡатлы йорт ихатаһынан торған ихата комплекслы төҙөкләндерелә. Ул йорттарҙа һәммәһе 1728 кеше йәшәй. Биләмәлә юлдарҙы киңәйтеү, бордюрҙарҙы алмаштырыу, ағас ултыртыу өсөн тупраҡ индереү, видеокүҙәтеү урынлаштырыу эштәре башҡарылған да инде.

Баймаҡта ла эш дәррәү бара. Еңеү, Тыныслыҡ урамдарындағы йорттар ихатаһында 250 кеше йәшәй. Проектҡа ярашлы, бында резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, ҡомлоҡ, урналар, яңы яҡтыртҡыстар, сүп-сар контейнерҙары майҙансыҡтары өсөн ҡойма барлыҡҡа киләсәк.

Дөйөм алғанда, республика буйынса 170 мең квадрат метр юлға асфальт түшәләсәк, 4550 туҡталҡа урыны, 165 балалар һәм спорт майҙансығы төҙөләсәк.

Эштәр 1 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш тигән бурыс ҡуйыла.

Фото: "Башинформ".

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: