Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2022, 22:00

"Башҡортостан" журналистары - Борайҙа

Райондың Бигәнәй, Дүсмәт, Мулла ауылдарында булыуҙан тыш, борайҙарға биргән бер вәғәҙәбеҙҙе лә үтәнек.

"Башҡортостан" журналистары - Борайҙа
"Башҡортостан" журналистары - Борайҙа

Республика төбәктәренә командировкалар күңелдә һәр ваҡыт яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра. Бының төп сәбәбе, әлбиттә, райондарыбыҙҙағы халыҡтың ихлас, уңған, матур йәшәүгә ынтылышлы булыуында. 

Борайға сәфәребеҙҙең, урындағы тормош хаҡында мәҡәләләр әҙерләүҙән тыш, икенсе матур сәбәбе лә бар ине. Гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә ойошторолған "Дарман" бейеү конкурсында уларҙың "Ынйы" өлгөлө балалар бейеү ансамбле 1-се урынды яулағайны. Талантлы йәш бейеүселәр менән етәкселәре Азат Ибраһимовты ҡотлап, еңеүселәргә вәғәҙә ителгән дипломды тапшырҙыҡ.

Райондың социаль, иҡтисади, мәҙәни тормошон яҡтыртыу маҡсатында Бигәнәй, Дүсмәт, Мулла ауылдарында ла булдыҡ. Ихлас, тырыш кешеләр менән осрашыу күңелдә ғәжәп йылы тойғолар ҡалдырҙы.

Фотолар Борай районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығынан. 

"Башҡортостан" журналистары - Борайҙа
"Башҡортостан" журналистары - Борайҙа
"Башҡортостан" журналистары - Борайҙа
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: