Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2022, 15:45

Эштәр планға ярашлы бара

Социаль әһәмиәткә эйә юлдарҙы тәртипкә килтереү, күперҙәр төҙөү шуға асыҡ миҫал.

Эштәр планға ярашлы бара
Эштәр планға ярашлы бара

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре һәм 2022 йылға пландары тураһында матбуғат конференцияһында һөйләне.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев һөйләүенсә, төп маҡсат – халыҡҡа йәшәйештә уңайлыҡтар тыуҙырыу.

Александр Владимирович юл-транспорт ваҡиғалары тураһында һөйләне, был юҫыҡта профилактика эше даими алып барылырға тейеш, тине.

– 2019–2021 йылдар арауығында, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә, бихисап эштәр тормошҡа ашырылған, – тине  транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков. – Был тәңгәлдә киләсәктә лә эштәр эҙмә-эҙлекле дауам ителәсәк. Социаль әһәмиәткә эйә юлдарҙы тәртипкә килтереү, күперҙәр төҙөү шуға асыҡ миҫал.

Виктор Жульков бөгөн “Бөрө – Таҙтүбә – Ҡариҙел” автомобиль юлын тәртипкә килтереү, Өфө районының Зинин ауылы янында юл айырсаһын төҙөү планға ярашлы барыуын әйтте.

Шулай уҡ Башҡортостан юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ирек Ғәлиәкбәров, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Марат Кинйәбаев, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш, юлдарҙы ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар идаралығы начальнигы Константин Паппе, Башҡортостан буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының пропаганда бүлегенең өлкән инспекторы майор Линар Зиннуров һәм юл инспекцияһы бүлегенең өлкән инспекторы майор Руслан Ғәҙелшин һәм башҡалар сығыш яһаны.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: