Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, "ОстроVа" Бөтә Рәсәй йәштәр форумы 13-19 августа Көньяҡ Сахалин ҡалаһында үтәсәк. Был майҙансыҡ 18-ҙән 35 йәшкә тиклемге 500 ашыу кешене берләштерә.
Форумда төбәк халҡы өсөн туризмды үҫтереү, бәләкәй биләмәләрҙе яҡшыртыу буйынса эшләгән, һөҙөмтәле бизнес-ҡарар ҡабул итә белгән, шулай уҡ тәҡдим итеүгә, проектлауға әҙер булған йәштәр үҙ һәләттәрен күрһәтә ала.
Сарала ҡатнашыусылар өсөн гранттар конкурсы үтәсәк. Унда проекттарҙың йәш авторҙары уйҙарын тормошҡа ашырыу өсөн 1,5 миллион һум аҡса ота ала. Гранттар конкурсына заявкалар 8 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.