Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2022, 21:00

Республикала оператив-иҫкәртеү операцияһы бара

Рәсәйҙә урман ҡырҡыу осраҡтарын нисек күҙәтәләр – видеороликта ҡарағыҙ.

Республикала оператив-иҫкәртеү операцияһы бара
Республикала оператив-иҫкәртеү операцияһы бара

Башҡортостандың 5,7 миллион гектар майҙанын урман тәшкил итә. Дөйөм ағас запасы – 785,2 миллион кубометр тирәһе.

Ағас ҡырҡыуҙы дәүләт контролдә тота. Ә законды боҙоу осраҡтарын, ағас ҡырҡыуҙы урман инспекторҙары күҙәтә – патруль ваҡытында йәки йыһан мониторингы аша асыҡлайҙар. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Башҡортостанда ведомство-ара оператив-иҫкәртеү операцияһы бара.

Башҡортостанда урман янғындары шулай уҡ етди контролдә. 2022 йылда бөтәһе 40 урман янғыны теркәлгән. Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 2,5 тапҡырға аҙыраҡ.

Рәсәйҙә урман ҡырҡыуҙы нисек күҙәтәләр – видеороликта ҡарағыҙ.

Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы видеояҙмаһынан скриншот.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в