“Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән һәр мөрәжәғәт яуапһыҙ ҡалмай.
“Хөрмәтле хакимиәт, һеҙ ҡасан Салауат Юлаевҡа һәйкәлде ремонтларға уйлайһығыҙ? Ниңә “Панорама” гәзите был һәйкәл хаҡында өндәшмәй? Мөхәррире һәйкәлдең күҙ алдында емерелеүен күрмәйме ни?” – тип яҙған 2021 йылдың 20 авгусында Благовещен районынан Лена. Уға 2022 йылдың 2 ғинуарында Благовещен хакимиәтенән бына ошондай яуап килгән: “Благовещен районын ҡарау һәм төҙөкләндереү буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре 2022 йылдың майында Киров урамындағы “Панорама” бинаһы эргәһендәге Салауат Юлаев һәйкәленә ремонт яһаны: клумбаны ипкә килтерҙеләр, плитәләр йәбештерҙәләр, буянылар”.
Фото: “Инцидент-менеджмент”.